3 май - республикала мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үтә. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан ауылында мәрхүмдәр рухына Ҡөрьән аяттары уҡыла. Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсете имам хатибы Ғәбдрәхим Сафин был сауаплы эшта башҡара.
“Ҡанлы һуғыш яланында ятып ҡалған батыр олатайҙарҙы ла иҫкә алдыҡ. Бөгөн илебеҙ именлеген һаҡлаған яугирҙарҙын иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләнек. Ауылдашыбыҙ Эльвира Риф ҡыҙы Зиннәтованың башланғысы менән ойошторолған сарала 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек, уларға доғалар бағышлайыҡ. Тереләрҙе ҡәҙерләп, татыулыҡ һәм именлектә йәшәйек, - тип хәбәр итте яҡташыбыҙ, “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Арсаева.
Наилә Имаева.