Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель , 09:55

Владимир Путин тыныслыҡ тураһында иғлан итте

Украина яғы тыныслыҡты боҙған осраҡта Рәсәй Ҡораллы Көстәре адекват һәм һөҙөмтәле яуап бирәсәк.    

Владимир Путин тыныслыҡ тураһында иғлан итте
Владимир Путин тыныслыҡ тураһында иғлан итте

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү осоронда Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй ғәскәрҙәре яғынан бөтә хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу тураһында иғлан итте. Был хаҡта Кремлдең сайты хәбәр итә.

Шулай итеп, тыныслыҡ килешеүе 7 майҙан 8 май төнөндә 00 сәғәттән 10 майҙан 11 майға төнөнөң 00 сәғәтенәсә ғәмәлдә була.

"Рәсәй Украина яғы был өлгөгә эйәрергә тейеш тип иҫәпләй. Украина яғы тыныслыҡты боҙған осраҡта Рәсәй Ҡораллы Көстәре адекват һәм һөҙөмтәле яуап бирәсәк.

Рәсәй яғы сираттағы тапҡыр украина кризисының тәүге сәбәптәрен бөтөрөүгә, халыҡ-ара партнерҙар менән конструктив үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән алдан шарттар ҡуймайынса тыныслыҡ һөйләшеүҙәренә әҙер булыуын белдерә”, – тип яҙылған kremlin.ru сайтында.

Фото: ТАСС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: