Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель , 10:00

Хәрби юлыңды онотмайбыҙ

Ҡарт олатайым Харис Ғилуанов — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ул илебеҙ именлеге өсөн башын һалған. Уны бер ҡасан да күрмәһәк тә, исемен онотмайбыҙ, “Үлемһеҙ полк”та фотоһүрәтен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ.

Хәрби юлыңды онотмайбыҙ
Хәрби юлыңды онотмайбыҙ


Харис Ғилуан улы Кәшкәләү ауылында тыуған. Тыныс тормошта ул ямсы йәки күсер булып эшләгән, Бөрө ҡалаһынан кешеләр йөрөткән, әйбер ташыған. Һуғышҡа 1941 йылдың 1 июлендә алына.
Рядовой уҡсы, унан сержант Харис Ғилуанов 18-се уҡсылар дивизияһының 414-се уҡсылар полкы составында фашистарға ҡаршы һуғыша. Һөжүм ваҡытында ул дошман дзотын юҡ итә, шуның өсөн 1945 йылдың мартында “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡарт олатайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем һуғыша. Еңеү көнөнән һуң ул Дания янындағы Борнхольм утрауында булып, фашист оккупанттарын юҡ итеү буйынса ике аҙналыҡ махсус операцияла ҡатнаша һәм ҡайтырға сыҡҡан караптың береһендә шартлап үлә. Был фажиғәлә вафат булған совет һалдаттары хөрмәтенә Аллинг ҡалаһында Ҡыҙыл йондоҙло стела ҡуйылған.
Һуғыш ваҡытында ҡарт олатайымдан бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған. Еңеүҙән һуң дуҫы ҡарт өләсәйемә һәм ҡыҙы Мәҡлүфәгә вафаты тураһында яҙып ебәрһә лә, был хәбәргә ышанмағандар, ҡарт өләсәйем уны ҡайтыр, тип ғүмере буйы көткән.
Беҙгә Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Даниянан хат килмәһә, яҡын кешебеҙҙең данлы һуғыш юлы тураһында бер нәмә лә белмәҫ инек. Унда рус мәктәбендә уҡыусы балалар Дан музейы өсөн мәғлүмәт йыйғанда беҙҙе эҙләп тапҡан. Улар беҙҙе ҡарт олатайымдың хәрби юлын сағылдырған электрон документтар менән таныштырҙы. Шуныһы ҡыҙғаныс, был хәбәрҙе ҡарт өләсәйебеҙ генә белмәй ҡалды.
Беҙ ҡарт олатайыбыҙҙы һәр саҡ иҫтә тоторбоҙ, онотмабыҙ.


Алина Әхтәмова,
Балалар ижады йортоноң “МедиаМәктәп” түңәрәге ағзаһы.

Автор:
Читайте нас: