Бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ — Ҡариҙел 1-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анна Шараева ла бар ине. Уның педагогик стажы — 48 йыл, шуның 38-ен ошо коллективта эшләй.
Анна Сергеевна — ысын педагог, үҙ эшенең оҫтаһы, бар күңеле һәм йөрәге менән һайлаған һөнәренә бирелгән шәхес. Уның белеме һәм тәжрибәһе район һәм республика киләсәге, мәғарифы өсөн баһалап бөткөһөҙ байлыҡ, тиһәң дә була. Талантлы уҡытыусының исеме күптәргә таныш, сөнки ул нисә быуын район үҙәге балаларын уҡытып сығарғандыр, әйтеүе ауыр.
Һәр көн Анна Сергеевна уҡыусыларҙың төрлө яҡлап үҫеше, уларҙың мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һала, ижадҡа, сәнғәткә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй, изгелеккә өндәй. Сабыйҙарҙың күңелендә күренмәгән ҡылдар бар, оҫта ҡулдар ҡағылһа, улар сыңлап китә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Һәләтле уҡытыусы ошо ҡылдарға йән өрөргә белә.
Анна Шараева заман менән бергә атларға тырыша. Уның методик “һандығы” ҡыҙыҡлы дәрестәр, кластан тыш саралар эшләнмәләре, тикшеренеү проекттары һәм төрлө презентациялар менән тулы. Заманса технологияларҙы ла ул уңышлы ҡуллана, һәр саҡ белемен камиллаштыра, яңылыҡҡа ынтыла.
Эшләү дәүерендә Анна Шараева бик күп наградаларға лайыҡ булған, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт ветераны” исемен алған. Ә ошо көндәрҙә тәжрибәле һәм талантлы уҡытыусыға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы тапшырылды. Был — уның фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Зөлфирә Инсапова.
Ҡариҙел районы.