Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Апрель , 16:35

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы

Ә бына яҙғыһын ҡыуаҡҡа һәм буласаҡ уңышҡа зыян килтермәйенсә нисек япраҡ алырға? 

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы
Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы

Ҡарағат япрағы һалынған хуш еҫле сәйҙе күптәр яраталыр. Ул айырыуса әле – яҙын ныҡ шифалы. Бер нисә бөртөгөн сәйгә өҫтәү менән шундай хуш еҫле, тәмле, шифалы эсемлек килеп сыға. Тик бына ҡыуаҡҡа һәм буласаҡ уңышҡа зыян килтермәйенсә ыуыҙ ғына япраҡтарҙы нисек йыйырға?

Беренсенән, бер ботаҡтан 1-2 бөртөк кенә япраҡ алырға ярай. Икенсенән, ботаҡтың урта тирәһендәге япраҡтарҙы ғына алығыҙ, ә өҫкө һәм аҫҡы өлөштәгеләренә теймәгеҙ, юғиһә, уңышҡа зыян килеүе бар, ҡыуаҡтың үҙен юғалтыуығыҙ ҙа ихтимал.

Уңышын йыйып алғас, ҡарағат япрағын мулыраҡ итеп йыйырға мөмкин. Был осраҡта ла һаҡ эш итегеҙ, ҡул менән ипләп кенә өҙөргә тырышығыҙ. Шулай уҡ эҫе, ҡояшлы көндә йыймағыҙ, был ҡыуаҡты хәлһеҙләндереүе, артабан үҫеүе өсөн зыян килтереүе бар. 

Автор фотоһы.   

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас