Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель , 10:00

Майҙа ныҡ һыуыҡ көндәр була тиҙәр

Бындай һалҡындар 140-150 йыл дауамында булмаған, тип тә ҡурҡыталар... Улар беҙҙең төбәккә ҡағылырмы?      

Майҙа ныҡ һыуыҡ көндәр була тиҙәр
Майҙа ныҡ һыуыҡ көндәр була тиҙәр

Һауа торошо белгестәре быйылғы майҙың, башҡа йылдар менән сағыштырғанда һалҡын буласағын фаразлай. Ҡайһы бер баҫмалар бындай һалҡын майҙың 140-150 дауамында булмауы тураһында ла яҙып сыҡты.

Тәбиғәттең аномаль күренеше айырыуса илдең төньяҡ-көнбайыш биләмәһендә, шул иҫәптән Санкт-Петербург тирәһендә ныҡ сағылыш табасаҡ, тиҙәр. Майҙағы уртаса көндөҙгө температура +4 С тирәһе генә тәшкил итәсәк, ә төндә 0 0С-тан түбән буласаҡ, тип фаразлана. Епшек ҡар яуыуы, һалҡын ел һауа торошон тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ.

Себер биләмәһендә лә йылы май көтөлмәй: көндөҙ +7, төндә 0 0С тирәһе. Бары тик Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, шул иҫәптән Мәскәү тирәһендә генә йылыраҡ буласаҡ: көндөҙ +15...20 С тирәһе. Әммә синоптиктар был биләмәлә лә май үҙенең көйәҙлеген күрһәтеп аласаҡ, тигән фекерҙә.

Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә лә илдең үҙәк өлөшөндәге һауа торошо күҙәтеләсәк, ти синоптиктар. Уртаса температура +14...18 С. Өфөгә килгәндә, ямғырлы көндәр, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күберәк буласаҡ. Ә бына республиканың көньяҡ төбәктәрендә ҡоро һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк.

Белгестәр баҡсасыларға, фермерҙарға һауа шарттарын иҫәптә тотоп эш итергә кәңәш итә.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас