Ҡарап торғанда Сәпәш ауылында йәшәүсе Айсуло Кугубаева 100 йәшен билдәләй тип уйламаҫһың да. Ысынында, йөҙйәшәр инәй һынауҙарға ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ла бай оҙон ғүмер кисергән. Ауырлыҡтар күп кисерһә лә, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, асыҡ йөҙлө, көслө рухлы, күңеле тулы изгелек, яҡындарына йән йылыһын, изге кәңәштәрен өләшеп йәшәй.
Айсуло Исхаҡ ҡыҙы 1925 йылдың 15 сентябрендә Уразай ауылында тыуған. Күпте күргән, күпте кисергән ул үҙ ғүмерендә. Ауылдағы мәктәптә өс класс тамамлай, Өфө фанера комбинаты эргәһендәге фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбенә уҡырға китә. Ауылға ҡайтып, колхоз баҫыуында хеҙмәт һала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң башҡа ҡыҙҙар менән бергә уны Апрель ауылына урман әҙерләү эшенә ебәрәләр. Бында ҡыҙ үҙенең буласаҡ тормош иптәше, Сәпәш ауылынан Тоймырҙа менән таныша. 1950 йылда йәштәр ғаилә ҡора һәм иренең ауылында төпләнә. Тормош иптәше “Ҡариҙел” совхозында фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтә.
Кугубаевтар бергә 46 йыл татыу ғүмер итә, 10 бала тәрбиәләп үҫтерә. Никита, Алексей, Григорий, Олег, Әлфрит, Мөслим, Фаина, Аня, Анисия, София ата-әсәһенә оҡшап, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш булып үҫә. Һәр береһе күңеленә яҡын һөнәр ала, халыҡ мәнфәғәтенә намыҫ менән хеҙмәт һала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айсуло Исхаҡ ҡыҙының тормош иптәше Тоймырҙа Баймырҙа улы 1996 йылда вафат була. Ваҡытында улар ҙур хужалыҡ тотоп, мал-тыуар ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Айсуло Исхаҡ ҡыҙы балалары өсөн һәр ваҡыт өлгө була. Изге күңелле, кешеләргә ярҙамсыл, әҙәпле була. Балаларына: “Намыҫлы, хеҙмәт һөйөүсән булығыҙ — шул ваҡытта хөрмәт тә, абруй ҙа килер”, — ти гел.
1972 йылда күп балалы гүзәл зат “Герой-әсә” маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Хеҙмәт ветераны был юғары наградаға бик һөйөнә. Әле лә район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин менән уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуровтың юбилей миҙалы тапшырыуына, оло ғүмер байрамы менән тәбрикләүенә ихлас шатланды.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә 15 йәш ине. Күп эшләнек. Иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем ололар менән баҫыуҙа бил бөктөк. Фронтта икмәк булһын өсөн барын да эшләнек. Һәр йорт фронтҡа посылка йыя ине, — тип һөйләй тыл ветераны.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Айсуло Исхаҡ ҡыҙының хәтере яҡшы. Тормошто яратыуы менән ул яҡындарына ғына түгел, яҡташтарына ла өлгө күрһәтә. Юбиляр балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ҡыҙы Анисия тәрбиәһендә йәшәй. Уның 24 ейән-ейәнсәре һәм 25 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың һигеҙе әлеге көндә ата-бабалары кеүек үк махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ил именлеге һағында тора.
Кеше шатланыуҙан һәм тормошҡа һоҡланыуҙан туҡтаһа, ҡартая, тигән һүҙ бар. Сәпәш ауылында йәшәүсе йөҙйәшәр инәйҙең көслө рухлы булыуына һәм тормошто яратыуына хайран ҡалырлыҡ.
Зөлфирә Сәфәрова.
Ҡариҙел районы.