Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель , 14:25

“Күк сәскә”лә — сағыу байрам

Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө уңайынан матур сара үтте

“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам

Байрамға балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тәрбиәселәр Рәмидә Әхмәт ҡыҙы Мәғрүфова, Зилә Ғайнулла ҡыҙы Ушиярова, Рәғидә Ғәли ҡыҙы Сираева, Роза Мәғдәнур ҡыҙы Ғәлимйәнова, Рәүиә Фәрзәт ҡыҙы Әсләмова, Ҡубияҙ ауылынан ағинәй Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова, Үршиҙе ауылынан ағинәй, мәғариф ветераны Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева һәм ауыл старостаһы Рәүеф Фәйзел улы Ниғәмәтйәнов саҡырылғайны.

Алып барыусы, тәрбиәсе Лилиә Таһир ҡыҙы Ғәлимйәнова барыһын да Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө уңайынан ихлас ҡотлап, балаларға Тыуған ил, Ватан, республикабыҙҙа берҙәм, татыу булып йәшәгән төрлө милләт халыҡтары тураһында һөйләне.  “Бөгөн байрам уңайынан беҙ төрлө милләттән булған дуҫтарыбыҙҙан ҡотлау сәләмдәре алдыҡ”, — тине.

 Башҡортостан Республикаһының дәүләт байрағы төҫөндәге шарҙар эсенә һалынып, балаларға биремдәр ҙә ебәрелгәйне. Тәүге зәңгәре рус дуҫтарынан булды —  уны үтәгәндә малайҙар һәм ҡыҙҙар уйын уйнаны, бейене, рус халҡының милли кейеме менән танышты.

 Аҡ шарҙа татар дуҫтары ебәргән биремде үтәп, бергәләп йомаҡтар систеләр. Артабан Роза Мәғдәнур ҡыҙы һәм Рәүиә Фәрзәт ҡыҙы балаларҙы татар милли кейемдәре менән таныштырҙы.

Өсөнсө йәшел шар башҡорт дуҫтарынан сәләм ине. Башҡорт милли кейемендә байрамға тип килгән ҡунаҡтар балаларға һәр береһе үҙенең өҫтөндәге кейеме турһында һөйләне. Үршиҙе ауылынан ағинәй Фәнизә Рахман ҡыҙы үҙенең өҫтөндәге 75 йыл элек тегелгән кейем тарихы тураһында бәйән итте, фотоһүрәттәр күрһәтеп, үҙҙәренең ошо кейемдәрҙә мәҙәни сараларҙа сығыш яһауы тураһында һөйләне. Милли кейемдең милли биҙәк кенә түгел, ә тәрбиәүи сара икәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Закира Хатмулла ҡыҙы менән Рәмидә Әхмәт ҡыҙы матур итеп бейеп тә күрһәтте.  Музыкаль етәксе Рушания Әүхәт ҡыҙы ҡубыҙҙа уйнағандан һуң, балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Зәлифә Мәхмүт ҡыҙы Бәҙретдинова теккән кейемдәрҙә мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары матур итеп башҡорт бейеүен башҡарҙы.  

Артабан балалар ҡунаҡтар менән бергә күңелле итеп  балаҫ һуғыу бейеүен күрһәтте.

Милли рух бөркөлөп торған залда төрлө милләт халыҡтарының кейемдәрен кейгән өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ҡунаҡтар ҡатнашлығында үткән фәһемле, сағыу сара бер тында уҙҙы. Балалар милли кейемдәр тураһында белемдәрен нығытып, байытып ҡына ҡалманы, үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәтте, сығыш яһаған иптәштәре өсөн ихлас алҡышланы, дәртләндереп ултырҙы.

Сара аҙағында килгән ҡунаҡтарға балалар матур сығыштары өсөн рәхмәт әйтте, уларҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Илһөйәр Махатова.

“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
“Күк сәскә”лә — сағыу байрам
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас