Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель , 21:30

Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер тантана итте

Бөгөн  район Мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Еңеү Салюты» район халыҡ ижады фестиваленең сираттағы концерты ҙур ойошҡанлыҡ менән гөрләп үтте.

Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер  тантана итте
Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер тантана итте

Унда район хакимиәте, финанс идаралығы, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, Асҡын мәғлүмәт үҙәге,  "Ғаилә" хеҙмәте, халыҡ мәшғүллеге, "Вектор" социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре, полиция бүлеге, үҙәк район китапханаһы коллективтары үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте.

Концерт Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сағыу ваҡиға булды. Ул геройҙарҙы, Ватанды һаҡлаусыларҙы хөрмәт  итеүҙә  һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа  төрлө йәштәге һәм  төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Фестиваль Ватан өсөн көрәшкән һалдаттарға хөрмәт күрһәтеүҙән тыш, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген һәм патриотизмын сағылдырҙы.

Үҙешмәкәр артистар, ижади коллективтар ҙур яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ менән күңелдәргә үтеп инерлек  сағыу сығыштар  әҙерләгәйне.  Илһөйәрлек менән һуғарылған  һәр номер ябай халыҡтың, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙың, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ғазаптарын һәм мохтажлығын күрһәтә алды  һәм тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инеп, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Концертта һуғыш йылдары йырҙары ла, илһөйәрлек тураһында заманса композициялар  ҙа яңғыраны, шулай уҡ беҙҙең заман рухын һәм бай мәҙәни мираҫты сағылдырған бейеүҙәр башҡарылды. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға  күмде.

Сара аҙағында  барыһы  ла бергәләп, Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операция барышында  һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Концерт фестиваль штандартын тапшырыу тантанаһы менән тамамланды. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов бөгөнгө концертты әҙерләп ойоштороусы  Марина Накоряковаға, тәрән йөкмәткеле пролог әҙерләүсе һәм сценарий яҙыусы Зәнилә Рыбинаға, концертта  сығыш яһаусыларға һәм шулай уҡ зал тултырып килгән  тамашасыларға рәхмәт әйтте. Динис Рәдис улы  фестиваль штандартын Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лилиә Нуретдиноваға тапшырҙы.

Наилә Имаева.

Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер  тантана итте
Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер  тантана итте
Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер  тантана итте
Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер  тантана итте
Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ғорурлыҡ, хәтер тантана итте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас