Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы барлағанда, тәү сиратта, күренекле журналист, «Победа» район гәзите баш мөхәррире Винер Фларис улы Йыһаншин күҙ алдына килә. Бөрө районы һәм ҡалаһы хәбәрҙәрен «Йәнтөйәк» гәзитендә яҡтыртып тороу эшен изге теләктәр менән үҙе йөкләткәйне миңә. Район редакцияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләмәһәк тә, ҡайһы бер һорауҙар менән шылтыратырға һәм шунда уҡ ыңғай яуап алырға тура килде. Уның йәштәр менән бергә илде һаҡларға юлланыуы күптәрҙе һоҡландырҙы, тик алғы һыҙыҡта дошмандарға ҡаршы алыштың береһендә ғүмере өҙөлөүе бөтә республика өсөн оло юғалтыу булды. 60 йәшлек мөхәррирҙең йылы эш урынынан һыуыҡ окопты һайлауы, Тыуған илебеҙҙең киләсәге өсөн үҙен аямауы күптәргә илһөйәрлек өлгөһө күрһәтте...
Ҡаланың 1-се мәктәп бинаһы эргәһендә Афған һуғышы ветерандарына бағышлап һәйкәл ҡуйылғайны. Хәҙер ул бөтә осор хәрбиҙәрҙең ҡаһарманлығын кәүҙәләндерә. Һәйкәл янына быйыл мемориаль таҡтаташ өҫтәлде. Унда махсус хәрби операцияла йәшлеге һәм ғүмере менән хушлашҡан 13 һалдаттың исем-шәрифе уйылған. Уларҙың береһе – Үрге Ыласынтау ауылынан Хөсәйен Азамзод. Һуғышҡа ул контракт төҙөп китә. Алғы һыҙыҡта дошмандарға ҡаршы көсөнән килгәнсе һуғыша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяныслы бәрелештең береһендә ғүмере өҙөлә.
Геройҙың бер ай элек мәрхүм булған атаһы Әҙәм ағай Дәүләтовтың ҡаһарманлығы айырым баһаға лайыҡ. Бөрөләр уны тормошто яратыусы, һәр кемгә ихлас ярҙам күрһәтергә ашҡынған ағай тип белә ине. Ғаиләлә үҙе кеүек көслө рухлы ун бала тәрбиәләгән. Уларҙың һигеҙе үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Алтауһы яраланып ҡайта, ә етенсеһе әлеге ваҡытта һуғышта. Нисек кенә аяуһыҙ булмаһын, уға «ике йөҙөнсө» Хөсәйенде оҙатып ҡайтырға тура килә...
Рәсәй Геройы, гвардия майоры Борис Александрович Дудкоға 4-се урта мәктәп фасадына «Герой йондоҙо» хәтер билдәһе һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Бөгөн МХО-ла хәрби бурысын үтәүсе Борис Дудко взвод командирынан алып айырым танк батальоны командиры урынбаҫарына тиклем юл үтә. Хәрби бурысын үтәү өсөн ике тапҡыр Сүриә Ғәрәп Республикаһы сиктәренә командировкаға ебәрелә. 2022 йылдың 24 февраленән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Айырым танк батальоны командующийы Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙ бурыстарын үтәй.
Д. ауылы янындағы алышта гвардия майоры Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы дошмандың 18 БМП-һын һәм күп һанлы нео-нацистарҙы, гвардия майорының танк экипажы ете танкты һәм күп һанлы пехотаны юҡ итә. Батырлыҡ һөҙөмтәһе Рәсәй ғәскәрҙәренә тиҙ арала алға үтергә мөмкинлек бирә...
Майор Дудкоға Рәсәй Геройы исеме бирелгән. Ә бөтә шәхси состав Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән.
Ҡаланың 3-сө урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Александр Альберт улы Батуринға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исемен йөрөткән Герой партаһы булдырылған. Мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Ҡазандың юғары танк училищеһын тамамлай. Махсус юллама буйынса Воронеж өлкәһенең хәрби часында хеҙмәт итә. Унда контракт төҙөүселәр взводын етәкләй һәм өлкән лейтенант званиеһын ала. Бары 25 йәшендә Луганск эргәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
Бөрөнән кесе лейтенант, мотоуҡсылар взводы командиры Максим Николаевич Вдовенко өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән ил һаҡларға саҡырыла һәм «Үҙәк» ғәскәре төркөмөндә хеҙмәт итә. Кесе лейтенант хәрби приказды намыҫ менән үтәй. Урындағы рельефты дөрөҫ билдәләп, уның взводы һиҙҙермәй генә оборона позицияһына яҡынлаша һәм фланг атакаһын башлай. Штурм ваҡытында шәхсән дүрт хәрби дошманды һәм бер пулеметты юҡ итә. Иртәгеһенә артиллерия уты аҫтында ҡалғанда уның взводы, миномет һәм кассета боеприпасы ҡулланып, ҡаршы яҡтың контратакаһын кире ҡаға. Вдовенконың шәхси составты грамоталы һәм дөрөҫ бүлә белеүе һөҙөмтәһендә дошман яҡтың юғалтыуҙары арта, атака кире ҡағыла һәм сигенергә мәжбүр итә. Шулай итеп, командование ҡуйған бурыс тулыһынса үтәлә...
Бөрөлә хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан ветерандар ҙа бар. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Айҙар Усманов — Ҡаһарманлыҡ ордены, Илшат Хажиев «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнде.
Айҙар әсәһе, һеңлеһе һәм ҡустыһы менән Бөрөгә Түбәнге Ҡыйғы ауылынан күсеп килә. 5-9-сы кластарҙа 1-се урта мәктәптә уҡый. Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Рухылбаян ҡыҙы Латыпова Айҙарҙың ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүенә, көслө һәм рухлы булыуына һоҡлана: «Айҙар уҡыуҙа башҡа малайҙар рәтендә ине. Шулай ҙа шуҡлығы, һәр ваҡыт шат күңелле, ярҙамсыл булыуы менән айырылып торҙо. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән хәрби хеҙмәткә алынды. Элекке уҡыусымды күптән түгел дауаханала осратырға тура килде. Шул уҡ ихласлыҡ, тормошто яратыу. Һуғыш, аяғындағы миномет снаряды ярсығы, Мәскәү, Һамар, Красноярск госпиталдәре һындырмаған уны», – ти Рәмзиә Латыпова.
Илшат «Әхмәт» отрядында пулеметсы ярҙамсыһы була. Олатаһының Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры булыуы уны рухландыра. МХО башланғас, үҙ теләге менән контракт төҙөй. Алған яралары уға ҡабаттан сафҡа баҫырға мөмкинлек бирмәй. Яу яланында һыналған, операция мәлендә янында булған хәрби дуҫтарына рәхмәтле.
Эйе, һәр райондың бөркөттәй егеттәре, аҫыл ирҙәре Ватан бурысын йәшлектәренән һәм ғүмерҙәренән өҫтөн ҡуя. Уларҙың тиңһеҙ батырлығы илһөйәрлек өлгөһө булып, беҙҙең һәм киләсәк быуын хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.