БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙа беҙҙе оҙайлы ялдар көтә.
«1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө ял көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән ялдар 4 ғинуарҙан 2 майға һәм 23 февралдән 8 майға күсерелде.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа, шулай уҡ 8-11 майҙа ял итәбеҙ.
Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре», — тиелә ведомство белдереүендә.
2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Ялдарығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!
Фото: "Башинформ"