Йәнтөйәк
+17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
15 Апрель , 15:04

Апрелдең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Хәҙер кешене аптыратып булмай. Сөнки шаҡ ҡатырғыс нәмәләр ғәҙәтигә әйләнде инде, шул иҫәптән аномаль көн-төндәр ҙә. Синоптиктар айҙың ҡалған яртыһы тураһында фараздарын әйткән.

Апрелдең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Апрелдең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Башҡортостанда әле көндәр тотороҡло түгел. Бер көн ҡояшлаһа, икенсе көндө буран сығыуына ла өйрәндек. Апрелдең икенсе яртыһында ла "температур бәүелсәк" фаразлана. 

Бер-ике көн ҡоро торһа ла, ямғыр осоро алда әле. Белгестәр 22 апрелдә башланған ямғыр ай һуңына тиклем дауам итәсәген күҙаллай. Әммә йылы була.

Апрелдең аҙаҡҡы көндәре бигерәк ҡыуандырасаҡ. Ямғыр ҙа яуғас, бөтә донъя йәшеллеккә күмелә инде. Киләһе ҡышҡа тиклем "өшөттөрә" тигән һүҙҙе онотоп торасаҡбыҙ. Әллә...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: