Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
14 Апрель , 09:11

Йондоҙнамә

(14 – 20 апрель)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Иң уңышлыһы шаршамбыла көтөлә. Күтәренке кәйефегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итеп торор. Был арала ниндәйҙер етди һөйләшеү булыр, элекке үпкәләшеүҙәр бөтөнләй онотолор.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна әллә ни ҙур мәшәҡәттәр килтермәҫкә тейеш. Алдан төҙөгән планығыҙ буйынса эш итә алмаҫһығыҙ. Шишәмбеләге ваҡиғалар бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Бөтә мәсьәләләрҙе лә тыныс ҡына  үҙегеҙ хәл итерһегеҙ. 


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эшегеҙ уйлағандан күбәйер. Төп эшегеҙҙән тыш, өйҙәге хәлдәр ҙә йыш борсоп торор. Ҡайсаҡ баш күтәрергә лә мөмкинлегегеҙ булмаҫ. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ. Был турала ваҡыт үткәс кенә белерһеҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Уңышлы осор. Һәр саҡтағыса ныҡышмалылыҡ күрһәтә алырһығыҙ.  Бәғзеләр өҫтәмә аҡса ла эшләр. Кесе йомала эс бошорғос хәлдәр булыр, моғайын. Кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр кеүек.  


Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙе өмөтлө көндәр көтә. Бер түгел, хатта ике етди эште тамамларһығыҙ һымаҡ. Аралашыуҙа уңырһығыҙ. Элек һеҙҙе белергә лә теләмәгәндәр үҙҙәре танышырға теләк белдерер.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна көсөргәнешле булырға оҡшай. Ҡай саҡ ниндәй эшкә алдан тотонорға белмәҫһегеҙ кеүек. Ситтән килгән ярҙамға өмөт итмәүегеҙ дөрөҫ булыр. Үҙ көсөгөҙгә, һәләттәрегеҙгә һәм тәжрибәгә таянырһығыҙ.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ваҡ-төйәккә йыш борсолорға тура килер. Шулай ҙа ыңғай хәлдәр күберәк булыр. Бөтә өлкәлә лә яҡшы яҡҡа табан үҙгәрештәр асыҡ һиҙелер. Йомалағы осрашыу күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төрлө йомош менән һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Бәғзеләрҙең хаталарын да төҙәтергә тура килер, бәлки. Быға тыныс ҡарағыҙ. Бигүк еңел булмаған һөйләшеү ҙә булыуы бар. Бында тәжрибәгеҙгә таянырһығыҙ. 


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡырҡа күбәйер. Уларҙың кәңәштәренән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ. Үҙ башығыҙ менән эш итегеҙ, дөрөҫ булыр. Кесе йома уйлағандан күпкә уңышлы үтергә тейеш.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор уңышлы ғына көтөлә. Шулай ҙа ҡай саҡ борсолорға ла тура килер. Ғаиләгеҙҙең бәләкәй ағзалары һәр саҡтағыса мәшәҡәттәр өҫтәр. Был арала ҡәҙимгенән күберәк аҡса төшөр.


Саян (24.10 – 22.11)
Иң мөһим мәсьәләләрҙе аҙна башына тәғәйенләү дөрөҫ булыр. Уларҙы еңел сисерһегеҙ, сөнки йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итеп торор. Таныш кешегеҙ бик урынлы кәңәш бирер.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төрлө эш менән мауығып, йорт-ғаилә хәлдәрен дә онотмағыҙ. Яҡындарығыҙҙан кемгәлер ярҙам кәрәк булыуы ла ихтимал. Был эшегеҙҙең сауабы ҙур булыуы мөмкин. Бәғзеләр алыҫ юлға әҙерләнә башлар кеүек. 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: