Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
12 Апрель , 09:00

Һөнәренә тоғро хат ташыусы

Гөлнария Шәғәйепова тырышлығы менән хөрмәт яулаған

Һөнәренә тоғро хат ташыусы
Һөнәренә тоғро хат ташыусы

Гөлнария Шәғәйепова — Тушҡыр һәм Штәнде ауылдары өсөн генә түгел, ә бөтә Балтас районы өсөн үҙ эшенең оҫтаһы, һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө. Күп йылдар дауамында ул атап киткән ауылдарҙың почта бүлеген етәкләп, халыҡҡа кәрәкле һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтә. Гөлнария Әхнәф ҡыҙы ауылдаштары өсөн гәзит-журналдарҙы ваҡытында еткереүсе генә түгел, ә йылы һүҙ, ярҙам һәм кәңәш биреүсе яҡын кеше лә булып тора.

Гөлнария Әхнәф ҡыҙының почта хеҙмәтенә килеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Уның әсәһе Гөлфиә Рамазан ҡыҙы хат ташыусы булып эшләгән. Бәләкәйҙән Гөлнария уға эйәреп, ауыл урамдарын әйләнеп сығып, өйҙәргә хаттар, гәзит-журналдар таратыша. Шул ваҡытта уҡ уның күңелендә кешеләргә файҙа килтереү, шатлыҡ өләшеү теләге тыуа.
Гөлнария Шәғәйепова өсөн Штәнде почта бүлексәһенең начальнигы Хөннә Вәлиева ла өлгө булып тора. Һәр ваҡыт бөхтә, зауыҡлы итеп кейенгән Хөннә апай ауылдаштарына хөрмәт менән ҡарай, һәр береһенә йылы һүҙ таба белә. Гөлнария ла киләсәктә Хөннә апай кеүек булырға хыяллана.
Мәктәпте тамамлағас, тырыш ҡыҙ хыялына тоғро ҡалып, Өфө ҡалаһында почта элемтәһе операторы һөнәрен үҙләштерә. Был уның бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн яһалған беренсе аҙымы була.
2001 йылда Гөлнария Әхнәф ҡыҙы Иҫке Балтас почта бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан Тушҡыр ауылында эшләгәндә үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Йәштәр ғаилә ҡороп, ошо ауылда төпләнә. Әлеге көндә улар ике бала үҫтерә. Был райондашыбыҙҙың хеҙмәт уңыштары ғына түгел, ә шәхси бәхете лә ауыл менән бәйле булыуын күрһәтә.
2011 йылда Гөлнария Әхнәф ҡыҙы Штәнде почта бүлексәһен етәкләһә, 2019 йылдан Тушҡыр ауылы почта бүлексәһендә лә эшләй башлай. Ауыл халҡы уның яуаплылығын, тырышлығын һәм изге күңеллелеген юғары баһалай. Ул ауылдаштарын кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ала, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштора, страховка полистары яһай.
Яҙмам геройы — бар яҡлап та булдыҡлы шәхес. Хәҙерге ваҡытта ул Тушҡыр, Штәнде ауылдары почта бүлексәләрен етәкләй. Шулай уҡ Тушҡыр, Асау һәм Мөнәгәз ауылдарында хат ташыусы вазифаһын да башҡара. Барыһына ла өлгөр райондашыбыҙ етәкләгән почта бүлексәләре аша халыҡ “Балтач таңнары”, “Йәнтөйәк”, “Ошмес”, “Өмет”, “Кызыл таң” һәм башҡа республика баҫмаларына теләп яҙыла. Был ауыл халҡының мәғлүмәтле булыуы, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.
Гөлнария Шәғәйепованың эше еңелдән түгел. Ләкин ул зарланырға яратмай. Киреһенсә, ауыл халҡына хеҙмәт итеүҙә үҙенең тормош мәғәнәһен күрә. Ул һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итергә әҙер, уларҙың проблемаларын сисергә тырыша.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Һөнәренә тоғро хат ташыусы
Һөнәренә тоғро хат ташыусы
Автор:
Читайте нас: