Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
11 Апрель , 12:19

«Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде

10 апрелдән 10 майға тиклем төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы, республика буйынса ветеринария дәүләт комитеты, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү органы һәм ДАИ бал ҡорттарын законһыҙ индереү осраҡтарын асыҡлау өсөн рейдтар үткәрәсәк.    

«Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде
«Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде

Был акция бөжәктәрҙең импортын ҡәтғи контролдә тотоу юлы менән бал ҡорттарының ауырыуҙары менән бәйле хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Рәсәйгә килгәндән һуң һәр партия "Россельхознадзор"ҙың лабораторияларында ауырыуҙарға лаборатор тикшерелә Әгәр анализ һөҙөмтәләре кире һәм башҡа боҙолоуҙар булмаһа, бал ҡорто пакеттары илгә үтә ала.

-Федераль һәм төбәк кимәлендә сит илдән бал ҡорттарын контролдән тыш индереүгә ҡаршы саралар индерелде. Төп сәбәп — бал ҡорттары араһында яңы ауырыуҙарҙың таралыуы, был башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән бал ҡорто пакеттарын законһыҙ индереү арҡаһында килеп сыға. Был популяцияларҙың һаулығын насарайтыуға, балдың сифатын түбәнәйтеүгә һәм уның үҙенсәлекле характеристикаларын юғалтыуға килтерә, — тип билдәләне БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 апрелдә республикала мобиль ветеринария лабораторияһы эшләй башланы. Уның бурысы-бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм төбәк умартасыларының балын тикшереү.

Фото: Дәүләт комитеты

Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:
Читайте нас: