Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
10 Апрель , 16:05

Асҡындар стратегик сессияла ҡатнаша

Бөгөн Нефтекама ҡалаһында   йәмәғәт ойошмаһының киләһе биш йылға проект эшмәкәрлеге буйынса  “Ҡоролтай – 3.0” төбәк стратегик сессияһы уҙа.

Асҡындар  стратегик сессияла ҡатнаша
Асҡындар стратегик сессияла ҡатнаша

Мөһим сара сиктәрендә ирекмәндәрҙең Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланған һәм  Нефтекама оҫталарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән  танышыу, Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланған  квиз-уйын,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашлығында  “Ҡоролтай – 3.0” төбәк стратегик сессияһы ҡаралған.

Асҡындан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов етәкселегендә  биш кеше  —  Фәриҙә Фәйзелҡәүи ҡыҙы Сәлихова, Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова, Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина, Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина, Равиль Марсель улы Сәлимгәрәев ҡатнаша.

Наилә Имаева.

Асҡындар  стратегик сессияла ҡатнаша
Асҡындар  стратегик сессияла ҡатнаша
Асҡындар стратегик сессияла ҡатнаша
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: