Йәнтөйәк
+5 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
9 Апрель , 10:10

Яугир әсәһенә гәзит бүләк итте

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина  “Изге подписка” хәйриә  акцияһына йылдағыса  ихлас  ҡушылды

Яугир әсәһенә гәзит бүләк итте
Яугир әсәһенә гәзит бүләк итте

Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Асҡын районының Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы.  Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына  ул “Йәнтөйәк” гәзитен бер нисә йыл рәттән бүләк итә. Алты район яңылыҡтары менән таныштырып торған рухлы баҫма хөрмәтле әсәгә быйыл да яҡшы хәбәрҙәр генә килтереп торһон.

“Мәймүнә апайыбыҙ беҙҙең өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик әүҙем, ауылда үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша. Өйөндә лә, ихатаһында ла һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, йәйен береһенән-береһе матур гөлдәр үҫтереп, йорт-тирәһен шау сәскәлә тота ул. Баҡсаһында ла нимә генә үҫмәй уңған апайыбыҙҙың. Уның көслө рухлы, түҙемле булыуына ла һоҡланабыҙ. Төп йорттоң утын һүндермәй, балаларына, ейәндәренә, бүләләренә изгелек өләшеп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын әле Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына”, —  тигән теләктәрен еткерҙе Лариса Фәрит ҡыҙы.

Лариса  Мөхәмәтшина  етәкләгән тырыш, әүҙем коллектив та ташламалы хаҡтан файҙаланып,  “Йәнтөйәк”, “Аскинская новь”  район гәзиттәренә йылдағыса ихлас яҙылды. Барлығы бирелә 20-гә яҡын квитанция тултырылды.

Илһөйәр Махатова.

Яугир әсәһенә гәзит бүләк итте
Яугир әсәһенә гәзит бүләк итте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: