Йәнтөйәк
+14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
8 Апрель , 12:32

Иҙәнде тоҙ менән йыуһаң...

Өйөгөҙгә һеҙгә оҡшамаған кеше килһә, бәхәстәр артып китһә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәгеҙ, йәки аҡса менән проблема башланһа - иҙәнде тоҙ менән йыуығыҙ. Бының өсөн... 

Иҙәнде тоҙ менән йыуһаң...
Иҙәнде тоҙ менән йыуһаң...

Өйөндә тоҙ булмаған йорт юҡ. Барыһы ла уны аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланырға күнеккән, ләкин уның ҡулланыу спектры күпкә киң булыуын онотҡандар. Боронғо замандарҙа уҡ кешеләр тоҙҙоң ябай булмаған минерал булыуын күргән. Уны дезинфекция ғына түгел, ә тирә-яҡты энергетик таҙартыу өсөн дә ҡулланалар.

Беренсенән, 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы эре тоҙ өҫтәп, был һыуҙы дымлы йыйыу өсөн ҡулланһаҡ, бөтә өҫкө йөҙҙәр дезинфекцияланасаҡ. Бындай ябай манипуляциянан һуң йортта оҙаҡ ваҡыт таҙалыҡ һәм яңылыҡ тойғоһо ҡала.

Икенсенән, йорт энергияһы үҙгәрәсәк. Ул тыныс, уңайлыраҡ һәм хатта яҡтыраҡ буласаҡ. Сөнки тоҙ энергия кимәлендә киңлекте таҙарта.

Уны һәр иҙән йыуыу ваҡытында һыуға өҫтәргә була, әммә айырыуса түбәндәге осраҡтарҙа кәрәк:

- әгәр өйгә һеҙгә оҡшамаған кеше килһә;

- әгәр өйҙә йыш ҡына бәхәстәр һәм талашыуҙар була икән;

- әгәр һеҙ күңел төшөнкөлөгө хәлендә булһағыҙ;

- әгәр аҡса проблемалары башланған икән.

Әйбер үтә күп булған йорттарҙа тәүҙә артыҡ нәмәнән ҡотолорға, ә һуңынан йортто тоҙ менән йыуырға кәрәк. Шулай итеп, йортҡа яңы энергия инә.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: