Республикала яҙғы саҡырылыш үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ебәрелмәйәсәк. Был хаҡта республика муниципалитеттары менән кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә 1 апрелдән армияға яҙғы саҡырылыш башланды, ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Йыйылыу пункттарынан саҡырылыусыларҙы оҙатыу апрель уртаһында башлана. Хеҙмәт итеү ваҡыты, элеккесә, бер йыл тәшкил итә.
2024 йылдың 1 ғинуарынан хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше - 18 йәштән 30 йәшкә тиклем. "Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың өстән бер өлөшө уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәреләсәк. Унда биш ай дауамында улар заманса хәрби техниканы үҙләштереп һөнәр ала аласаҡ, - тип хәбәр итте Ирек Сәғитов. - Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ебәрелмәйәсәк. Билдәләнгән срокты үтәгәндәр ваҡытында хеҙмәттән бушатылып, йәшәү урындарына ҡайтарыласаҡ».
Автор:Аклима Гизатуллина