1 апрелдә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды. Дүрт көн дауамында Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән муниципаль этапта еңеү яулап, республика кимәленә сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең еңеүгә лайыҡлы булыуын яҡлап сығыш яһай.
Бөгөн баш ҡалаға “Урта ауылдар” номинацияһында һынау тотҡан ауылдарҙың делегациялары йыйылған. Улар араһында Асҡын районының Әмир ауылы вәкилдәре лә бар. Уларҙың конкурсҡа ярашлы оҙайлы ваҡыт дауамында алып барған эшмәкәрлеген төрлө министрлыҡ, ведомство һәм ойошмалар вәкилдәренән торған абруйлы эксперт комиссияһы баһалай.
Конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар үҙ төбәгеңдә айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән алып барылған эштәр, күләмле саралар, ғөмүмән, ауылдың бөгөнгө тормошон сағылдырған видеояҙма тәҡдим итә, эксперт комиссияһы ағзаларының һорауҙарына яуап бирә.
Әмир ауылында берҙәм, тырыш халыҡ йәшәй. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы бергәләп бик матур саралар үткәрҙеләр. Ауылда билдәле яҡташтарының шәжәрәләрен, ауыл тарихын өйрәнеү, төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алыу, хөрмәт тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылды. Конкурстың йомғаҡлау этабында ла әмирҙәргә уңыш йылмайыуын теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.