Асҡын районында “Һөт кухняһы”н таратыу пунктына һөт аҙыҡтары дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә килтерелә. Асҡын ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Ләйсән Рәхмәтуллина өсөнсө йыл бушлай һөт продукцияһы ала.
- “Һөт кухняһы” булыуына ҡыуанабыҙ. Был ярҙамды дүртенсе балабыҙ — улыбыҙ Аяз тыуғас ала башлағайныҡ. Уға өс йәш тулғансы ҡыҙыбыҙ Ынйы донъяға ауаз һалды. Шулай итеп, бына өсөнсө йыл был ярҙамды алабыҙ. Ынйыға алты айға тиклем һөт ҡатнашмаһы (смесь) бирелде, әле һөт, йогурт, эремсек алабыҙ. Продукция балаларға бик оҡшай, сифатлы, туҡлыҡлы. Улар бигерәк тә йогуртты яратып эсә. Магазиндыҡы менән сағыштырғанда, сифаты күпкә яҡшыраҡ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә иғтибар артты. Пособиелар алып торабыҙ. Улары ла, иш янына ҡуш, тигәндәй, беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, — ти биш бала әсәһе.
"Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолған. Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә 132 таратыу пункты эшләй, шул иҫәптән Асҡын ауылында ла. “Һөт кухняһы” 23 төр продукция етештерә. Улар араһында – һөт, эремсек, бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн төрлө тәмле йогурттар, балалар печеньеһы. Ә 2024 йылдың июненән өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн яңы төр һөт ризыҡтары – ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығара башланылар. 2024 йылдың март айында Башҡортостандың «Һөт кухняһы» яңы өлгөлө Рәсәй сифат системаһы – «Хәләл» сертификатын алды.
“Һөт кухняһы” проектын үҫтереү – Хөкүмәттең граждандар тураһында хәстәрлегенең аныҡ миҫалы ул. Бушлай туҡланыуға “Һөт кухняһы” таратыу пункты аша йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2024 йыл башынан “Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша документтарҙы электрон формала тапшырыуҙың тағы бер ысулы эшләй башланы. Был ысул ярҙамында ғариза биреү ҡыҫҡа ваҡытты ала, сөнки шәхси мәғлүмәттәрҙең күбеһе автоматик рәүештә шәхси иҫәбенән тултырыла. Барлыҡ кәрәкле документтарҙы өйҙән сыҡмайынса электрон рәүештә беркетергә була. Ғаризаның статусын уны эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтергә мөмкин.
Врезка
«Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы. Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ», - тине Башҡортостан Башлығы.