Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
21 Март , 14:21

«Медиастарт» журналистика мәктәбе асылды

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт  филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында «Медиастарт» журналистика мәктәбе барлыҡҡа килде. Уның етәксеһе итеп ошо юғары уҡыу йортон тамамлаусы, журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, билдәле тележурналист, продюсер Рөстәм Ғәббәсов тәғәйәнләнде.      

«Медиастарт» журналистика мәктәбе асылды
«Медиастарт» журналистика мәктәбе асылды

Мәктәптең тыңлаусыларын Өфө фән технологиялар университетының ректоры Вадим Захаров сәләмләп, проекттың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Медиастарт»тың төп бурысы – үҙ тормошон журналистика менән бәйләргә теләгән ижади, инициативалы йәштәрҙе йәлеп итеү, тип билдәләне.

«Башҡортостан 24» телеканалында «Рөстәм Ғәббәсов менән киске шоу» популяр проектының баш режиссеры Светлана Марваева ла сараның ҡунағы булды. Ул студенттар һәм уҡыусылар менән телевидениела сәхнә артында эшләү серҙәре менән уртаҡлашты, телетапшырыуҙар әҙерләү һәм төшөрөүҙең үҙенсәлекле хаҡында һөйләне. Мәктәпте асыу тантанаһында 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары, СМАРТ-ТВ телестудияһы вәкилдәре лә сығыш яһаны.

«Медиастарт» журналистика мәктәбе йәш быуынды үҫтереү өсөн яңы формат буласаҡ, журналистика нигеҙҙәрен үҙләштереү һәм үҙенең ижади потенциалын асыу мөмкинлеген бирәсәк.

– Журналистика – ул һөнәр генә түгел, күңел талабы. Беҙҙең мәктәп идеялар, ҡыйыу ниәттәр һәм аныҡ факттар лабораторияһы буласаҡ. Бөтә уҡытыусыларға һәм студенттарға был мөһим эштә уңыштар теләйем. Әйҙәгеҙ бергәләп йәмғиәтебеҙҙең яҡты киләсәгенә сифатлы журналистика аша аҙым яһайыҡ! - тине асыу тантанаһында башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.

Проект төбәк йәштәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, медиа өлкәлә эшләргә хыялланыусылар өсөн перспективалы платформаға әйләнде.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас: