Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Март 2025, 09:10

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте

Рамаҙан айында уҡылған доғалар, тотҡан ураҙалар ҡабул булып, ил-көнөбөҙҙә тыныслыҡ урынлашып, имен  тормошта йәшәргә яҙһын, тигән теләктә таралышты мәсеттән солтанайҙар.

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте

Динебеҙҙә изге Рамаҙан айында ауыҙ астырыу йәки ифтар үткәреү изге ғәмәлдәрҙән һанала. Ошоларҙы иҫтә тотоп, Солтанай ауылы ағинәйҙәре һәм ауылда үткәрелгән һәр сарала, һәр эштә әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттар “Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы ойошторҙо.

Күркәм сараға Асҡындан Данис хәҙрәт Кәлимуллин да килде. Аҙан әйтелеп, ауыҙ асҡас, аҡшам намаҙын уҡынылар. Намаҙҙан һуң ризыҡланыу бай табын артында дауам итте.

Данис хәҙрәт һәм Венер хәҙрәт вәғәздәр һөйләне,  Пәйғәмбәребеҙ, Ҡөрьән-Кәрим, ислам дине, рамаҙан айы тураһында  мәғлүмәт бирҙе.

Ифтар ашына йыйылыусыларҙың барыһы ла ил-көнгә тыныслыҡ, имен тормош, хәйерле көндәр теләп, изге урында ошо сауаплы ғәмәлде ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткереп таралышты.

Был изге эш хөрмәтле ағинәй Фәниә Суфиянова инициативаһы менән ойошторолдо. Сара алдынан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, мәсет эсен йыуып, йыйыштырҙы. Өҫтәл әҙерләүҙә Заһидә Фәтхетдинова, Зөһрә Хәлитова, Сөғдә Гәрәева, Сәлимә Камилова, Айгөл Ғарифуллина, Лилиә Сәмиғуллина, Фидания Шәйхетдинова, Лилиә Ғайфуллина ҙур тырышлыҡ һалды. Ә Рәйсә Сәләхетдинова һәр ваҡыттағыса тәмле былау бешерҙе.

Әйткәндәй, Солтанай ауылы ағинәйҙәре өйҙәрендә лә, сиратлап тигәндәй,  ифтар ашы үткәрә. Был изге ғәмәл ураҙа тотоусыларға ихтирам йөҙөнән булһа, башҡаларға өлгө булып тора.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас