Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Марта 2025, 04:50

Йәнә еңеү яулап ҡайттылар

Фәрдүс Зөлфәт улын һәм уның тәрбиәләнеүселәрен  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы ярышта ла уңыштар теләйбеҙ!

Йәнә еңеү яулап ҡайттыларЙәнә еңеү яулап ҡайттылар
Йәнә еңеү яулап ҡайттылар

Шаран ауылында 2008-2010 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында билбауҙа көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Республиканың 22 районынан 250 йәш көрәшсе үҙ йәш категорияһында оҫталыҡтарын күрһәтте. Тренер-уҡытыусы Фәрдүс Әхмәтов етәкселегендә Асҡын командаһы яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

 Эмилия Ғәлиева (44 кг-ға тиклем) — бронза, Нияз Әхмәтшин (77 кг-ға тиклем) көмөш миҙал яуланы. Ә Роман Ханжин 95 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында чемпион булды.

Беренселек һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең спортсылар республика данын йыйылма команда составында Дағыстан Республикаһының Хасавюрт ҡалаһында апрелдә үтәсәк Рәсәй беренселегендә яҡлаясаҡ.

Фәрдүс Зөлфәт улын һәм уның тәрбиәләнеүселәрен  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы ярышта ла уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Йәнә еңеү яулап ҡайттылар
Йәнә еңеү яулап ҡайттылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас