Быйылғы апрель йылы булыр, ти синоптиктар. "Гисметео" порталына күҙ һалһаҡ, яҙҙың икенсе айының башында уҡ бик йылы була.
Көндөҙ уртаса +10,+12 градус торһа, төнөн +6 градус самаһы. Ямғыр ҙа яуа. Мәҫәлән, 5 һәм 6, 9 - 12 апрель яуым-төшөмлө. Ҡар ғына яумаһын инде.
18 апрелдән көн тағы ла нығыраҡ йылыта. Ямғырҙар туҡтай. Был - тәбиғәт геүләп йәшәрә торған осор. Көндөҙ +14, +16 градус йылылыҡ фаразлайҙар. Төндәрен уртаса +9 градус торасаҡ.
Ай аҙағында иһә йәй кеүек булыуы ихтимал. Бына һиңә яҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Алһыу Ишемғолова