Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙҙырылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре сиктәрендә һуңғы биш йыл эсендә инвестицияларҙың дөйөм күләме 1 1012,8 миллиард һум булған һәм 81 323 яңы урын булдырылған.
Борай районында ла “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үтә. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев райондың бизнес-шерифы Марат Ахунов менән күсмә “сәғәттәр” ҙә үткәрә.
— “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре республика дәрәжәһендә һөҙөмтәле булыуын күрһәтеп, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың барлыҡ муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында индерелде. Унда етештереүҙең төбәктә улай уҡ үҫеш алмаған йәиһә өҫтөнлөклө үҫеш талап иткән яңы йүнәлештәренә һәм тармаҡтарына иғтибар бирелә. Беҙҙә махсус техниканың электр йыһаздарын ремонтлау менән шөғөлләнеүсе Вадим Максименко быға асыҡ миҫал булып тора, — ти бизнес-шериф Марат Ахунов.
Социаль контракт төҙөп, үҙ эшен башлап ебәреүселәр байтаҡ беҙҙең районда. Борай ауылында йәшәүсе Вадим Максименко — шуларҙың береһе. Ул дәүләттән алған 350 мең һум аҡса иҫәбенә машиналар төҙөкләндереү буйынса үҙ эшен булдырған.
Аҙ керемле граждандар үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һумға тиклем йәки Мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашҡанда 60 мең һумға ҡәҙәр ала ала.
2014 йылдан башлап Башҡортостанда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла. Мәшғүллек үҙәктәре программаның ике йүнәлешен күҙәтә: эш эҙләү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу. Социаль контрактты аҙ керемле тип танылған граждандар төҙөй ала, был ауыр тормош хәленән сығыу программаһы, ниндәйҙер шәхси эш йүнәлеше планы.
“Эшҡыуарҙар — ҡатлаулы талапсан кешеләр, әммә беҙҙең иҡтисад нәҡ уларға таяна, шуға күрә һәр кемде ҡулынан тотоп йөрөтәсәкбеҙ һәм һәр нәмәлә ярҙам итәсәкбеҙ”, — тине Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.
Оҙаҡ йылдар Себер яҡтарында эшләгән Вадим, ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға тигән ниәт менән, үҙ эшен асырға хыяллана. Шул ваҡытта адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында ишетеп ҡала. Район хакимиәтенең баш белгесе Илнур Вафин ярҙамында Вадимдың хыялы тормошҡа аша. Үҙе йәшәгән йорт янындағы гаражда машиналар сервисы аса. Мәктәптән һуң алған радиомеханик һөнәре уға был эшендә ҙур этәргес була. Себерҙә эшләгәндә автоэлектрика үҙенсәлектәре менән таныша. Шуға күрә Вадимға машиналар ремонтлау ят булмай. Үҙ инструменттарына өҫтәп, дәүләттән бүленгән аҡсаға йөк һәм еңел машиналар өсөн профессиональ диагностика үткәреү йыһазы һәм генераторҙарҙы һәм стартерҙарҙы тикшереү өсөн стенд һатып ала. Был йыһаздар Вадимдың эшен күпкә еңеләйтә.
Йәш белгестең эше туҡталып тормай, йәйен төп шөғөлөнә өҫтәмә булып ауыл хужалыҡтарына техника ремонтлау менән дә мәшғүл ул.
— Башта ғариза бирҙем, үҙмәшғүл булараҡ теркәлдем һәм машиналар ремонтлай башланым. Тәүҙә, әлбиттә, борсолдом, ауыр ҙа булды, ләкин хәҙер бындай мөмкинлек өсөн бик рәхмәтлемен, сөнки социаль контракт ярҙамында яратҡан эшемде башҡарам, — ти Вадим.
Программала ҡатнашыу шарттары тураһында республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында һәм Мәшғүллек үҙәктәрендә ентекле аңлатмалар алырға мөмкин.
Фекер...
Марат Ахунов, район хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары:
— Районыбыҙҙа республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ күләме арта бара. Мәҫәлән, ярҙам маҡсатында, район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев яуаплы ойошма-предприятие етәкселәре менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре үткәрә. Бирелә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына федераль, республика һәм район күләмендә ярҙам программалары хаҡында һөйләйбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ, үҙ эшен башларға теләүселәр әлеге сараларҙан әүҙем файҙалана. Һуңғы биш йылда уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә йыл һайын 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. Күп кенә эшҡыуарҙар уларға ярҙам маҡсатында эшләүсе программаларҙың асылын аңлап бөтмәй. Шуға күрә бындай саралар беҙҙең район халҡы өсөн бик тә кәрәк. Беҙгә ҡаралған проекттарҙың һаны түгел, ә уларҙың сифатлы тормошҡа ашырылыуы мөһим. Нәтижәләргә ирешеү — эшҡыуарҙар менән эшләүҙә беҙҙең төп принцип.
Лира Юрасова.
Борай районы.