Йәнтөйәк
+13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
14 Март , 12:40

Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында махсус хәрби операцияла һәләк булған Солтанай егете, Батырлыҡ ордены кавалеры Айзат Исламшин хөрмәтенә йөҙөү буйынса ярыш үтте

Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Йөҙөү буйынса асыҡ беренселек Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Солтанай ауылы егете, Батырлыҡ ордены кавалеры Айзат Фаил улы Исламшин хөрмәтенә ойошторолоп, мәктәп уҡыусылары араһында үтте.

Ярыш 2016-2007 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында уҙҙы. Улар үҙ йәш категорияларына ҡарап, ирекле стилдә 50 һәм  100 метрға йөҙҙө.  

Һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуы сәбәпле, ярышҡа башҡа райондарҙан килмәнеләр. Асыҡ беренселектә Асҡын районы командаһы — Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Ғәлимов етәкселегендә 12 тәрбиәләнеүсе ҡатнашып, йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Үҙ йәш категорияларында Әмир Хәсәнов, Таһир Шәйнуров, Иллария Нурмөхәмәтова, Гүзәл Махатова, Ғаяз Нафиҡов, Айдар Махатов — 1-се, Камил Юнысов, Рузалина Сәйетова, Дарья Баранова, Эмиль Әхмәтғәлиев — 2-се, Ильяр Зараев, Адель Сәмиғуллина 3-сө урындарға лайыҡ булды.

Еңеүселәр Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Йөҙөү спортын һайлаған ҡыҙҙар һәм егеттәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: