Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған “Еңеү салюты” район халыҡ ижады фестивале сиктәрендә Ҡарткиҫәк ауыл мәҙәниәт йортонда Ҡарткиҫәк, Ключи, Яубүләк, Арбаш ауыл биләмәләренең үҙешсән сәнғәт оҫталары конкурс программаларын тәҡдим итте.
Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Алина Закирова сәләмләне һәм сығыш яһаны.
Артабан Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Арбаш, Шишмә-Үрәкәй, Ключи, Кусән ауылдарының үҙешсән сәнғәт оҫталары һуғыш һәм тыныслыҡ, һөйөү һәм тоғролоҡ, һуғышта, хеҙмәт фронтында, махсус хәрби операцияла халҡыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар тураһында йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне, илһөйәрлек менән һуғарылған бейеүҙәр бейене, театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Йәнле, бай йөкмәткеле концертты матур итеп Васил Ҡотлоев менән Алина Мальгина алып барҙы.
Сара аҙағында “Еңеү салюты” штандарты тантаналы шарттарҙа Мутабаш ауыл биләмәһе башлығы Илнара Миңләхмәтоваға тапшырылды. Сәхнәгә Ҡарткиҫәк, Яубүләк, Арбаш, Ключи ауыл биләмәләре башлыҡтары Ринат Миңлемөхәмәтов, Флүр Әминев, Фәнил Зыятдинов, Михаил Селянин сығып, фестивалдә ҡатнашыусы үҙешсән артистарға рәхмәт белдерҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
“Еңеү салюты” илебеҙ халҡының хәрби батырлығын һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын йәнә бер тапҡыр хәтергә төшөрөп, илебеҙ һәм батырҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Наилә Имаева.