Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март , 11:16

Мәктәп яңы һулыш алды

Мишкәлә милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла

Мәктәп яңы һулыш алды
Мәктәп яңы һулыш алды

Башҡортостанда мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Мәғариф инфраструктураһын күпләп яңыртыу, заманса технологиялар индереү, уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да шәхси ихтыяждарына иғтибар бүлеү быға асыҡ миҫал булып тора.
Ремонтланған мәктәптәр буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә икенсе урында тора, ә ремонтҡа йәлеп ителгән суммалар буйынса — өсөнсө урында. Мәктәптәрҙе йыһазландырыу буйынса Рәсәйҙә — дүртенсе, Иҙел буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Республикала 711 мәктәп яңы йыһаз аласаҡ.
2022 йылда Мишкә 2-се урта мәктәбе бинаһында федераль программа сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелде. Матди базаһы яңыртылды, кластар заманса компьютерҙар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителде.
“Мин министрҙарҙың һәм вице-премьерҙарҙың эшен республика ихтыяждарын иң өҫтә хәл итә белеүенә ҡарап баһалайым. Бер һүҙһеҙ, беҙгә Дәүләт Думаһы депутаттары ла, шулай уҡ Башҡортостандан булған сенаторҙар ҙа ярҙам итә”, — тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Федераль программаларҙың күбеһе буйынса аҡсалар конкурс нигеҙендә бүленә. Төбәк заявка бирергә генә түгел, уны иҫбат итергә лә, смета документтарын әҙерләргә лә тейеш. Шуға ла Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары ошондай конкурстарҙа ҡатнашырға һәм еңергә тигән маҡсат ҡуя.
“Мәғарифтың мәктәп системаларын яңыртыу” мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль проекты күп һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Был ремонт эштәре генә түгел, яңы мебель һәм йыһаз һатып алыу, педагогик составтың квалификацияһын күтәреү ҙә.
Райондың алдынғы булған Мишкә 2-се урта мәктәбе 1988 йылда файҙаланыуға тапшырылғайны. Уның нисек тантаналы асылыуын мишкәләр әле лә хәтерләйҙер. Ул саҡта мәктәп барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә ине, район үҙәгенең иҫтәлекле, матур урындарының береһе булды. Ошо йылдар эсендә мәктәп күпме уҡыусыға белем бирҙе, үҙ аллы тормошҡа оҙатты. Бина ла әкрен генә иҫкерҙе, замана ла үҙгәрҙе. Уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек — бына ошоларға хәҙер нигеҙләнә мәктәп етәкселеге. Шуға күрә “Мәғарифты үҫтереү” проекты сиктәрендә “Мәғариф системаһын яңыртыу” дәүләт программаһында ҡатнашырға ҡарар иттеләр. 2022 йылдың көҙөнән ремонт эштәре башланды һәм 2023 йылдың яҙында тамамланды. Түшәмде керамзит һәм йылытҡыстар менән йылытып, ағас конструкциялары менән түбә алмаштырылды. Ҡар тотҡостар урынлаштырылды. Мәктәптә тулыһынса вентиляция системаһы, электр селтәре, автоматик янғын сигнализацияһы алмаштырылды. Ҡасандыр кластарҙа иҙән ағастан ине. Уларҙы алдылар, бетон менән ҡаплап, линолиум йәйҙеләр. Беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа коридорҙа керамогранит йәйелде. Тәҙрәләр һәм ишектәр яңыға алмаштырылды. Спорт залында һәм ашханала тулыһынса капиталь ремонт эшләнде. Бинаның эске һәм тышҡы яғы берҙәм талаптар буйынса биҙәлде. Быларҙың барыһы ла мәктәп йөҙөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте.


Фекер...
Надежда Салиева, мари теле уҡытыусыһы:
— Бына инде ике йыл уҡыусыларыбыҙ уңайлы һәм йылы мәктәптә белем ала. Мин бирелә 22 йыл уҡытам. Ҙур ремонт эштәре башҡарылды, түбәнән алып мебелгә тиклем алмаштырылды. Мәктәп күренеп үҙгәрҙе, ул заман талаптарына яуап бирә, уҡыусылар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылды. 2-се мәктәп 2023 йылдың 1 сентябренән профилен үҙгәртеп, инглиз һәм мари телдәрен төплө уҡытылған полилингваль мәктәп статусын алды. Беҙҙең белем усағы яңы һулыш алып эшләй башланы, тиһәк тә була.


Светлана Тоймырҙина.

Мәктәп яңы һулыш алды
Мәктәп яңы һулыш алды
Мәктәп яңы һулыш алды
Автор:
Читайте нас: