Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март , 15:21

Аномаль йылы көндәр килә. Нимәгә әҙер булырға?

Ҡотҡарыусылар иҫкәртеү менән сығыш яһаны. 

Аномаль йылы көндәр килә. Нимәгә әҙер булырға?
Аномаль йылы көндәр килә. Нимәгә әҙер булырға?

11 марттан 15-енә тиклем Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо һәм ямғырҙар көтөлә. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте иҫкәртә.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, уртаса һауа температураһы норманан 3-9 градусҡа юғарыраҡ була. Һауа температураһы төндә -5, -10 градустан +2, -3 градусҡаса күтәреләсәк, ә көндөҙ 3, -2 градустан алып +2, +7 градусҡаса йылы буласаҡ. Бынан тыш, айырым көндәрҙә күпселек райондарҙа ямғыр яуасаҡ.

Нимә көтөргә? Юғары температура режимы һәм ямғыр яуыуы ҡарҙың әүҙемерәк иреүенә һәм ауыш урындарҙа ҡарҙың асылыуына булышлыҡ итәсәк. Республикалағы түбән участкаларҙы ҡар һыуҙары баҫыуы ихтимал. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе (һыуҙың боҙға сығыуы) ихтимал. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:

- йорт эргәһендәге биләмәнән ҡарҙы, каналдарҙы, һыу ағыҙғыс һәм һыу үткәреүсе торбаларҙы таҙарт;

- подвалдарҙағы, мөгәрәптәрҙәге ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡуй;

- документтар, аҡса, кейем-һалым, кәрәк-яраҡтар һәм кәрәкле медикаменттар әҙерләргә;

- мөмкин булғанса итек, кәмә, махсус костюм әҙерлә;

- хакимиәттә йорт малын эвакуациялау өсөн әҙерләнгән урындарҙы асыҡла.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: