Рәфис Хәмит улы 1953 йылдың 28 мартында Баҙансат ауылында донъяға килә. Баҙансат ауылында — 8-се, Иҫке Ҡаҙансыла 10-сы класты тамамлай. Асҡын һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын Германияла үтәй. Армияға барғансы үҙләштергән белгеслеге ғүмерлек һөнәренә әйләнә. Ә Рәүиә Кәшәфетдин ҡыҙы Төпрәле ауылында тыуа. Башланғыс белемде Йәнкиҫәк мәктәбендә ала. 1968 йылда Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китә, унда бер ни тиклем ваҡыт балалар баҡсаһында эшләй. Унан тыуған яғына ҡайтып, Шафран һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм ветеринария белгеслегенә эйә була. Уҡыуын тамамлаған дипломлы ҡыҙға Баҙансат ауылына "Трудовик" колхозына юллама бирәләр. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда хеҙмәт һала. Эшенә һәр ваҡыт яуаплы ҡарай, хеҙмәттәштәренең ихтирам-хөрмәтен яулай. Рәүиә Кәшәфетдин ҡыҙының эш стажы 37 йыл тәшкил итә. Икеһенең дә фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәте бихисап Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Ғәлләмовтар 1975 йылдың 17 февралендә ғаилә ҡора. Матур итеп никах уҡытып, туй яһайҙар. Ике балаға — улдары Филүс һәм ҡыҙҙары Илүсәгә ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығаралар. Филүс тә, Илүсә лә ғаиләләре менән Чернушка ҡалаһында йәшәй, үрнәкле атай, әсәй булып, балалар үҫтерә.
Рәфис ағай менән Рәүиә апайҙы дүрт ейәне уңыштары менән ҡыуандыра, "олатай, “өләсәй", тип өҙөлөп торалар. Балалары ҡәҙерле кешеләре янына йыш ҡайта, эштәрендә ярҙамлашып тора.
50 йыл бергә татыу ғүмер итеп, киләһе көндәргә яҡты өмөттәр бағлап, һәр тыуған көнгә шөкөр итеп йәшәй Ғәлләмовтар. Киләсәктә лә тиҫтәләгән яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр һәм ҡыштарҙы парлашып ҡаршы алырга яҙһын уларға.
Гөлназ Ҡадырова.