Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 12:20

Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Өфөлә  башҡорт теле буйынса Аҡмулла олимпиадаһының  2-се турында белемдәрен һынай

Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!

Йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында Аҡмулла олимпиадаһы уҙғарыла. Ул төрлө фәндәр буйынса ойошторола.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле буйынса олимпиаданың  2-се туры үтә.  Унда Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина етәкселегендә 10-сы Б класы уҡыусыһы Ралина Ғайсина һәм  8-се А класы уҡыусыһы Гүзәл Махатова ҡатнаша.  

Аҡмулла олимпиадаһының ситтән тороп үткәрелгән этабы һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар 2-се турға үтә һәм бөгөн улар 2-се турҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙҙәренең белемен һынай.

Ҡыҙҙарҙың етәксеһе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы М. Ғафури музейында уҡытыусылар өсөн ойошторолған семинарҙа ҡатнаша.

Аҡмулла олимпиадаһы математика һәм химиянан алып экология һәм физик культураға тиклем төрлө йүнәлештәр буйынса уҙғарыла. Унда 8-се – 11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала.

Аҡмулла олимпиадаһы 2024-2025 уҡыу йылына Рәсәй Мәғариф министрлығы олимпиадалары исемлегенә индерелгән. Уның еңеүселәре һәм призерҙары Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, Башҡортостандың һәм илдең башҡа юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә лә өҫтәмә балл аласаҡ.

 БДПУ-ға уҡырға ингәндә Аҡмулла олимпиадаһында ҡатнашыусылар өҫтәмә 5 балл аласаҡ, ә йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призерҙар – 10 өҫтәмә балл. Башҡортостандың Һәм Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттарында балдар һаны уларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән билдәләнә.

Ҡыҙҙарға биремдәрҙе уңышлы үтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: