Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле ҡыҙҙар өсөн байрам йыл һайын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан үткәрелә. Быйыл унда 286 бала килә, шул иҫәптә балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән дә балалар була. Асҡын районынан был сағыу байрамға дүрт ҡыҙ — Ләйсән Ильясова (Асҡын 2-се мәктәбе), Йәсминә Минһажетдинова (Асҡын 2-се мәктәбе), Виктория Ғәлимйәнова (Асҡын 1-се мәктәбе) һәм Аиша Әхмәҙуллина (Асҡын 2-се балалар баҡсаһы) барҙы.
Байрам ҡунаҡтары — бәләкәй принцессаларҙы әкиәт геройҙары ҡаршы ала, унан улар өсөн бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителә: ижади күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар, фотозоналар һәм байрам балы көтә уларҙы.
Принцессалар балында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша, ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлай. Ҡотлауҙарға Радий Фәрит улының тормош иптәше, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡушыла. Балда ҡатнашыусы кескәй ҡыҙҙар «Том Сойер» спектаклен ҡарағандан һуң бүләктәр ҙә алып ҡыуана.
Өфөгә байрамда Асҡындан Регина һәм Марат Ниғмәтйәновтар ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе Ләйсән Ильясова ла барып, бай тәьҫораттар алып ҡайта.
“Бындай ҙур, сағыу байрамға һеңлем беренсе тапҡыр барҙы. Күргәндәренә һөйөнөп, бүләктәргә шатланып, башҡа райондарҙан килгән ҡыҙҙар менән аралашып ҡайтты”, — тип һөйләне Регина Фидүс ҡыҙы.
Регина Фидүс ҡыҙы биш йыл элек апаһы вафат булғандан һуң уның балаларын опекаға ала. Розалинаға хәҙер 21 йәш, Асҡында үҙ аллы йәшәй, Искәндәр — армияла. Ә кеселәре Ләйсән Асҡын 2-се мәктәбенең 4-се класында уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ләйсәндең атаһы ла үткән көҙ махсус хәрби операцияла һәләк булды.
Регина һәм Марат Ниғмәтйәновтар үҙҙәре лә өс бала тәрбиәләй. Самирға — 11, Азалинаға туғыҙ йәш, икеһе лә Асҡын 2-се мәктәбендә белем ала. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, күптән түгел улдары Кәрим донъяға килде.
Илһөйәр Махатова.