Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март , 11:09

Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте

Абыҙ ауылы икенсе йыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Икенсе йыл нәҡ улар районды төбәк этабында күрһәтә. Тәжрибәле һәм инициативалы абыҙҙар быйыл тағы ла рухланыбыраҡ, ҙур ойошҡанлыҡ һәм әҙерлек менән саралар үткәрҙе. Ошо көндәрҙә уҙған йомғаҡлау байрамы уларҙың бар тырышлығын, яҡшы йәшәүгә ынтылышын күрһәтте.

Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте

Фестиваль “Ярҙарҙы тоташтырып — Беҙ бергә!” тип аталды һәм Ҡариҙел ауылында башланды. Район Мәҙәниәт йорто алдындағы төп майҙанда район халҡы һәм ҡунаҡтар йыйылды. Башта мәртәбәле ҡунаҡтарҙың береһе — фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина зарядка эшләтте. Зарядканан һуң бөтәһе лә спортсы артынан старт урынына йүнәлде, ошо урындан Абыҙ ауылына тиклем йүгерҙеләр.
Иң һуңғы йүгереүселәр финиш һыҙығын үткәс, сараға старт бирелде. Абыҙ ауылы халҡын байрам менән район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлоғилдина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, олимпия чемпионы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Аделина Заһиҙуллина, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова, “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр хәрәкәте төбәк бүлексәһе рәйесе Рәнис Хәсәнов, табип акушер-гинеколог, Республика клиник перинаталь үҙәгенең акушерлыҡ стационары мөдире, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының демография өлкәһендә медицина-социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса баш белгесе Динар Ғабдрахманов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Айҙар Әнғәм улы Абыҙ ауылынан “көмөш” ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы, һуңынан йүгереүҙә еңгәндәрҙе, призер булғандарҙы бүләкләне, төрлө номинацияларҙа билдәләнгәндәрҙе тәбрикләне. Тәнзилә Ҡотлоғилдина ла ауыл активистарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы, конкурс буйынса кәңәштәр бирҙе.
Сара программаһы бай йөкмәткеле булды. Абыҙ ауыл клубында мунсаланан йыуғыс эшләү, ағасты өтөп һырлау, интерьер һәм биҙәү әйберҙәрен ырғаҡ менән бәйләү, ҡурсаҡ-бетеүҙәр тегеү, сәскә прическа яһау өсөн аксессуарҙар, биҙәнгестәр әҙерләү, ҡубыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Фойела “Ватанды һаҡлаусылар” урындағы фондының күргәҙмәһе, тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе Фиҙаил Сафиндың һәм тур операторы Альбина Вәлиеваның экспозициялары урын алғайны.
Шул арала тышта майҙанда үҙешмәкәр артистар йыр-моңо аҫтында йәрминкә һәм спорт уйындары уҙҙы. Абыҙҙар һәм ҡунаҡтар ҙур теләк менән уларҙа ҡатнашып, сираттағы тапҡыр ваҡытты файҙалы үткәрҙе, ауылдың мәҙәни тормошонда “ҡайнаны”.
Абыҙ ауылы халҡы быйыл, ысынлап тороп, саралар үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Быны конкурс комиссияһы лайыҡлы баһалар, тип ышанабыҙ.

Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районы.

Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Абыҙ ауылында ҙур байрам үтте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: