Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль , 17:00

Изге Рамаҙан айын ҡаршылап

Ҡашҡа  ауылы мәсетендә изге Рамаҙан айын ҡаршылап һәм мәсеттә ойошторолған уҡыуҙарҙы йомғаҡлап,  “Асык ишектәр көнө” үткәрелде. Унда Ҡашҡа, Әмир, Гөмбә, Сөйөш ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты

Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап

Ҡашҡа  ауылы мәсетендә изге Рамаҙан айын ҡаршылап һәм мәсеттә ойошторолған уҡыуҙарҙы йомғаҡлап,  “Асык ишектәр көнө” үткәрелде. Унда Ҡашҡа, Әмир, Гөмбә, Сөйөш ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.

Имам-хатиптар өйлә намаҙына азан әйтеп, намаҙ уҡып, Ҡөрьәндән аяттар уҡып, сараға фатиха бирҙе.

Сараны Рәзидә Мәжит ҡыҙы Хәйрисламова башлап ебәрҙе. Мәжлестә ислам дине, мосолман халҡына фарыз булған ғәмәлдәр һәм изге Рамаҙан айының үҙенсәлектәре аңлатылды.

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙҙың  роле, ҡәҙер кисе тураһында  Мөғәллә Бәҙертдин ҡыҙы Хәтипова, Ғәдилә Хәбир ҡыҙы Әхмәтова һөйләне. Шулай уҡ Зифа Мәрби ҡыҙы Ғәлимова Ҡөрьән-Кәримде тәфсирендә уҡырға кәрәклеген, уның мөһимлеген аңлатты.

Сығыштарҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙар сәй табыны артында мөнәжәттәр әйтеп доғалар ҡылды. Ошондай дин ғилеме биргән мәжлестәрҙе йышыраҡ ойоштороу кәрәклеген билдәләне сарала ҡатнашыусылар.

Илһөйәр Махатова.

Эльза Әфтәхова фотолары

Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Изге Рамаҙан айын ҡаршылап
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: