Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль , 20:50

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Бөгөн Асҡын 2-се балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөнә бағышланған тематик саралар үтте.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Республика флагы халыҡтарҙың дуҫлығын һәм берҙәмлеген символлаштыра, сөнки Башҡортостан - күп милләтле төбәк.

"Балалар Башҡортостандың символикаһы, флагтың барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның төҫтәренең әһәмиәте менән танышты. Белемдәрен нығытып, дидактик уйындар уйнанылар, Дәүләт флагын төшөрҙөләр һәм аппликация эшләнеләр", - тип хәбәр итте балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.

Башҡортостандың бөгөнгө символикаһы тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа һәм башҡорт ырыуҙарының милли ышаныуҙарына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө - ул байрам ғына түгел, һәр беребеҙгә үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы  һәм мәҙәниәтебеҙҙе  хәтергә төшөрөү мөмкинлеге лә.

Бындай саралар  балаларҙа үҙ халҡыңа һәм тыуған төйәккә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, Тыуған илең өсөн ғорурлыҡ тойғоһон үҫтерә һәм белемде арттырырға булышлыҡ итә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: