Америка Ҡушма Штаттары президенты Дональд Трамп 9 майҙа Мәскәүгә киләсәк һәм илебеҙ Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ. Был хаҡта сығанаҡтарға һылтанып француз журналы Le Point хәбәр итә, тип яҙа “Ведомости” газетаһы сайты.
«9 майҙа, сығанаҡтарыбыҙҙың мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәү трибуналарында мөһим ҡунаҡ булырға тейеш: Дональд Трамп», – тип хәбәр ителә материалда.
Был Америка президентының Мәскәүгә Еңеү көнөн билдәләү айҡанлы тәүгә килеүе түгел, әммә әлеге сәфәре “бөтөнләй икенсе контекста” уҙасаҡ, тип билдәләй Le Point.
Бығаса, Украина һәм көнбайыштың юғары дәрәжәле чиновниктарына һылтанып, Financial Times газетаһы Владимир Путин менән Дональд Трамп 9 майға тиклем үк Украина буйынса килешеү төҙөргә тырышасаҡ тип яҙғайны инде. Әйткәндәй, әлеге газета ике ил етәксеһенең 20 апрельда уҡ осрашыуҙары ихтимал тип тә хәбәр иткәйне.
13 февралдә иһә Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков Владимир Путин 9 май көнө Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналған парадта ҙур илдәр етәкселәре, шул иҫәптән АҠШ президенты Трампты күреүгә шат буласаҡ тип хәбәр итте.
Сығанаҡ: vedomosti.ru
Фото: kremlin.ru