Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Февраль 2025, 02:55

Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

Бөгөн– Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Асҡын районында ла башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел. Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

Баланы тәрбиәләүҙә туған телдең роле

 Районыбыҙҙа “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.

 Яңы быуын стандарттары нигеҙендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт  теле булараҡ балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнелә.

Әйтеп китергә кәрәк, Асҡын 2-се балалар баҡсаһында өсөнсө йыл полилингваль мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө эшләй. Уның беренсе сығарылышы  Асҡын 2-се урта мәктәбендә 1-с класта  башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәнеүҙе дауам итә.

Мәктәптәрҙә Яңы быуын федераль дәүләт стандарттарына ярашлы төҙөлгән эш программалары буйынса дәрестәр үткәрелә.

Уҡыусыларҙың белем кимәле күрһәткесе булып  олимпиада тора. Өс йыл рәттән Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11-се класс  уҡыусыһы  Рамазанова Нургизә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урын яуланы. Етәксеһе Фәтхетдинова Вилена Фәүзәт ҡыҙы. Шулай уҡ үткән уҡыу йылында Ҡашҡа урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Хиләжетдинов Салауат призлы урынға лайыҡ булды. Етәксеһе Мәснәүиева Ирина Муллахан ҡыҙы.

Быйылғы уҡыу йылында  башҡорт теленән төбәк-ара  олимпиаданың йомғаҡлау этабы  һөҙөмтәләре беҙҙе айырыуса ҡыуандырҙы, сөнки беҙҙең еңеүсебеҙ бар. Ул Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Шаһиева Азалия, етәксеһе Заһиҙуллина Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. Шулай уҡ районыбыҙҙың данын яҡлаған  ҡалған  алты  уҡыусыбыҙ ҙа призер булды. Улар Ғабдуллина Сулпан (11-се класс), Ғайсина Ралина (10-сы класс), етәкселәре Заһиҙуллина Дилбәр Зөфәр ҡыҙы, 11-се класс уҡыусылары Рамазанова Нургизә, Зыятдинова Линара, етәкселәре  Фәтхетдинова Вилена Фәүзәт ҡыҙы, Асҡын 1-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәфизйәнов Әлмир, етәксеһе Ғәйнелйәнова Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы, 9-сы класс уҡыусыһы Шәйхинуров Рәмзил, етәксеһе Хәйруллина Илүзә Алтаф ҡыҙы. Был уңыштар уҡытыусы менән   уҡыусының ныҡышмалы системалы эш һөҙөмтәһе.

Һуңғы йылдарҙа  туған телдәргә ҡарата федераль кимәлдә иғтибар артты. Өс йыл рәттән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың федераль олимпиадаһы үткәрелә. Беренсе олимпиадала  Вилена Фәүзәт ҡыҙының  уҡыусыһы Рамазанова Нургизә 2-се урын яулаһа, үткән йыл Зыятдинова Линара 1-се урынға лайыҡ булды, Шаһиева Азалия һәм Рамазанова Нургизә финалға үтеп, номинация яуланылар.  Үткән уҡыу йылында Аҡмулла олимпиадаһында Вилена Фәүзәт ҡыҙы һәм Дилбәр Зөфәр ҡыҙының уҡыусылары, Өфөгә барып, еңеү яулап ҡайттылар.

Гагарин кубогы олимпиадаһында ла уңыштарыбыҙ бар. 2023-2024 уҡыу йылында Сураш мәктәбенән Яминева Алина (уҡытыусыһы  Садиҡова Вәрисә Хәбиб ҡыҙы) Асҡын 2-се мәктәбенән Мәхәтова Гүзәл ( уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы) башҡорт теле буйынса призер булдылар. Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Ғәлиева Амира “Өмөтбаев уҡыуҙары»  республика ғилми-ғәмәли конференцияһында еңеүсе булды , етәксеһе Ғәлиева Лилиә Сәлимйән ҡыҙы. Ошо уҡ мәктәп уҡыусылары «Шафикова уҡыуҙары»нда Таһирова Нурзидә - еңеүсе, Тимергалина Виолетта, Ғилемшина Эвелина, Насырова Илина  - призер, етәкселәре Ғәлиева Лилиә Сәлимйән ҡыҙы, ә Мостафина Элиза, Хаматнурова Азалия «телгә һөйөү» номинацияһында еңеүсе, етәкселәре Хәйруллина Илүзә Әлтәф ҡыҙы. «Биҙәк» милли мәҙәниәт республика фестиваль-конкурсында Хамматова Рината призлы урын яуланы, «Харис уҡыуҙары» төбәк-ара  ғилми-ғәмәли конференцияһында Асҡын 1 –се урта мәктәбенең уҡыусыһы Зверев Искәндәр призер, төбәк-ара “Бикбаев уҡыуҙары” конкурсында  Хәжимарҙанов Радим   призер булды, етәкселәре Лотфуллина Эльвира Ғәли ҡыҙы.

Республика кимәлендә үткәрелгән Салауат Юлаевтың шиғырҙар конкурсында Асҡын 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Хәфизйәнов Альмир призер булды, етәксеһе Ғәйнелйәнова Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы.

Үткән уҡыу йылында Асҡын 2-се урта мәктәбенән Шаһиева Азалия  журналистика буйынса V Бөтә Рәсәй эссе конкурсында еңеүсе, шулай уҡ журналистика буйынса олимпиадала призер булды. ҠәҙимовЭльмир төбәк-ара “Шағир һүҙе” конкурсында призер. Салауат Юлаевтың шиғри мираҫы декломаторҙарының 15зона конкурсында Карамова Гүзәл, Шаһиева Азалия – еңеүсе, Ғәлиев Сөләймән призер булды, етәкселәре Заһиҙуллина Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.

Юнеско тарафынан ойошторолған  “Урал батыр” – кешелек ҡаҙанышы” Халыҡ-ара конкурсы районыбыҙҙа юғары  кимәлдә үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, әҙерләнгәндә ата-әсәләр әүҙемлек күрһәтә, уҡыусыларыбыҙ республика кимәлендә урындар алып ҡыуандыра.  26-сы төбәк-ара конкурсының зональ этабында Абрарова Яҙгөл 3-сө урын, шулай уҡ Яҙгөл “Сулпылар” телевизион-республика конкурсында Гран-при яуланы, етәксеһе Сәйәхинурова Рәзифә Исмағзам ҡыҙы. Шулай уҡ Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең Альмира Таһирйән ҡыҙының уңыштары бихисап.

"Башҡорт халыҡ эпосы" Урал батыр" - кешелек ҡаҙанышы" Халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабы яңы йондоҙҙар асты. Бәләкәй генә булһалар ҙа, эпосты еренә еткереп оҫта итеп һөйләне балалар. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары Юнысова Камила  - 2-се урын, Әүбәкирова Даяна  - 1-се урын яулаһа, 3-сө класс уҡыусыһы Ғәлиев Сөләймән Гран- приға лайыҡ булды!

Ижади эшләүсе уҡытыусы булараҡ,  дәрес өлгөләре, методик эшкәртмәләр әҙерләп, төрлө республика конкурстарында еңеү яулай, уҡыусылары  менән театраль түңәрәк ойоштороп, төрлө кимәлдәге сараларҙа уңышлы сығыш яһайҙар.

Уҡытыусыларыбыҙ ҙа профессиональ конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешәләр. Үткән уҡыу йылында Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусыһы Ахунова Рәйлә Аснаф ҡыҙы Башҡорт теле һәм әҙәбиәте “Йыл уҡытыусыһы- 2023” төбәк-ара  конкурсында ҡатнашып, “Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланған өсөн” номинацияһында еңеүсе булды.

Фәтхетдинова Вилена Фәүзәт ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының “Педагог” номинацияһы финалисы булды һәм мәғариф өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм Фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ Вилена Фәүзәт ҡыҙы «Тылмастар» республика конкурсының “Проза” номинацияһында еңеү яуланы.

Эйе, районыбыҙҙа бик күп саралар үтә.  “Мостай уҡыуҙары”, “Һаумы, һаумы әкиәт”, “Урал батыр” конкурсы. Шулар араһында районыбыҙҙың бәҫен күтәреүсе “Дихин уҡыуҙары” конкурсы айырым урын алып тора.

Ришат Марат улы Дихин ул үҙебеҙҙең уҡыусы ла, бәләкәйҙән үк туған телен, тарихын, тыуған яғын  һөйгән, уны үҫтереүгә тос өлөш индергән, районыбыҙҙың үҫешенә ҙур йоғонто яһаған      шәхес булып күңелдәрҙә һаҡлана.

Эйе, юғары күрһәткестәребеҙ  бик күп. Был уңыштарыбыҙ туған тел уҡытыусыларының, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, мәктәп, район хакимиәте  менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һөҙөмтәһе булып тора.

    Әммә туған телде өйрәнеүҙә проблемалар ҙа етерлек.

Рәсәй Федерацияһының белем биреү Законына ярашлы беренсе, бишенсе кластарҙа туған телде өйрәнеүҙе ата-әсәләр ғариза буйынса һайлай. Улар үҙҙәре башҡорт, татар милләтенән булһалар ҙа, балаларына туған тел итеп рус телен һайлауға  өҫтөнлөк бирә һәм әҙәби башҡорт теленән ҡурҡалар, ҙ, ҫ өндәрен әйтә алмайбыҙ,  тип, балаларын  рус төркөмөнә бирәләр. Ә бит ата-әсә балаһы менән үҙ диалектында һөйләшһә, балаға әҙәби башҡорт  телен аңларға күпкә еңелерәк була.

          Башҡорт теле дәрестәрендә грамматика ғына өйрәнелмәй, ә атайсалыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, ауыл-ҡалалары, арҙаҡлы шәхестәре өйрәнелә. Ҡайһы бер оло быуын кешеләре араһында ошо ерҙә йәшәп, республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын, иң бейек тауын, иң тәрән күлен белмәүселәр ҙә бар. Был бик ҡыҙғаныс. Туған телде өйрәнеү бер балаға ла зыян килтермәй, киреһенсә, уның интеллектын үҫтерә. Бары тик туған телде белеп кенә икенсе бер халыҡтың менталитетын аңлап, мәҙәниәтен хөрмәт итеп була. Балаларыбыҙ сит ерҙәргә барып, үҙ туған телендә “Мин – башҡорт, мин Башҡортостан Республикаһынанмын”, тип әйтә ала икән, ул баланы юғары мәҙәниәтле кеше итеп күрһәтә. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ  — ҡәҙерле булыр, ти халыҡ мәҡәле.  Телебеҙҙе үҫтерәйек, киләсәк быуынға тапшырайыҡ.

Ләйсән Ғәйнелйәнова,

Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

 

 

Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Туған телде килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас