Сара "Башҡортостан" ҡунаҡханаһының конференц-залында үтте һәм “Киң мәғлүмәт сараларының теле һәм стиле. Мәғлүмәт технологияларының хәҙерге заман журналистикаһына йоғонтоһо” тип аталды. Матур йолаға әйләнгән был сара йыл да ойошторола. Журналистар киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә һанлы технологияларҙың әүҙем ҡулланылыуы осоронда милли баҫмаларыбыҙҙы нисек һаҡлап ҡалыу, уларҙы гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеү, яһалма интеллектты нисек эшебеҙҙә ярҙамсы булараҡ ҡулланыу тураһында фекер алышты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды.
Семинарҙа ҡатнашҡан билдәле эксперттар: “Һомай” проекты авторы, программист Айгиз Ҡунафиндың, БР Дәүләт идаралығы кесе академияһы директоры, юридик фәндәр кандидаты Айнур Хәйбуллиндың, МЭШ “Регионы” мөхәррире Вилена Мусабаеваның сығыштары фәһемле булды.
“Ватандаш” журналы баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовтың сығышын журналистар һәр ваҡыттағыса ҡыҙыҡһынып тыңланы. Әйткәндәй, семинарҙың пленар өлөшөндә бүләкләү тантанаһы үтеп, тырыш хеҙмәттәре өсөн журналистар бүләкләнде. Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғмәт улы Тапаҡовты 70 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ихлас тәбрикләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Шулай уҡ популяр башҡарыусы, Мәсетле һылыуы Гөлназ Ҡәҙербирҙинаның моңло йырҙары Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан журналист һөнәрен һайлаған ир-егеттәргә байрам бүләге булды.
Семинарҙа З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте күргәҙмә ойошторғайны. Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Рәүеф улы, мөхәррирҙәр "Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ" акцияһына ҡушылып, китаптар һатып алып тапшырҙы. Матур башланғысҡа ярашлы, уларҙы махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бүләк итәсәктәр.
Туған телдәр көнө алдынан үткәрелгән ижади семинар хеҙмәттәштәргә аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу,журналистика һәм медиатехнологиялар өлкәһендә белемдәрҙе арттырыу һәм артабан да тырышып, илһамланып эшләргә дәрт, көс биргән ижади майҙан булды.
Илһөйәр Махатова.