15-16 февралдә Чернушка ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Сергей Леонидович Красноперов иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған шахмат буйынса III Асыҡ фестиваль уҙа. Спорт сараһы Чернушка муниципаль округы башлығы ярҙамында ойошторола.
Фестивалдә Пермь крайы, Удмурт Республикаһы, Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостандан 110 шахматсы ҡатнаша.
Асҡын районы данын Иҫке Мутабаш ауылынан бер туған Дамира, Рәмилә һәм Азамат Әхмәтғәлиевтар лайыҡлы яҡлай.
Үҙ йәш категорияларында Дамира – икенсе, Рәмилә өсөнсө урын яулай. Азамат та турнирҙа ҡатнашып, сертификат менән бүләкләнә.
Әхмәтғәлиевтарҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Балаларында бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе хәстәрлекле ата-әсә Әлфиә һәм Нәфис Әхмәтғәлиевтарға - “Афарин”!
Наилә Имаева.