Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Февраль 2025, 04:27

Һаҡ булығыҙ: көслө магнит дауылы килә!

Тиҙҙән Ер бик көслө геомагнит дауылы аша үтәсәк. Ғалимдар уйға батҡан...    

Һаҡ булығыҙ: көслө магнит дауылы килә!Һаҡ булығыҙ: көслө магнит дауылы килә!
Һаҡ булығыҙ: көслө магнит дауылы килә!

Февраль аҙағында планетаны ҡурҡыныс магнит бураны һынаясаҡ. Дауылмы, буранмы, башҡа нәмәме - уға ҡаршы тороуы мөмкин түгел шикелле. Һәр хәлдә бөтә нәмә Ҡояшҡа бәйле.

Табиптар һаулыҡтары насар һәм иммунитеты ҡаҡшаған кешеләргә һаҡ булырға ҡуша. Ғалимдар Ерҙең магнит ҡырҙарын күҙәтә. Баҡһаң, Төньяҡ магнит полюсы тотороҡло түгел икән. 

Рәсәй фәндәр академияһының Йыһанды тикшереү институтында ҡояш астрономияһы лабораторияһы мөдире булып эшләгән Сергей Богачев аңлатыуынса, Ҡояш еленең тиҙлеге норманан 60 процентҡа ҙурыраҡ. Әле йондоҙҙа корональ ярыҡ барлыҡҡа килгән дә, шунан йыһанға көслө зарядлы киҫәксәләр тарала...

 Ҡыҫҡаһы, дарыуҙарығыҙ ҡул осонда булһын, тыныс булырға тырышығыҙ, ромашка сәйе лә ярҙам итер.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас