Сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Афғанстан ветерандары союзы Асҡын йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Азат Әхмәтйәнов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, етәкселәр, район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары, колледж студенттары һәм йәш армиясылар ҡатнашты.
Митингта ҡатнашыусылар 36 йыл элек булған ваҡиғалар тураһында иҫкә төшөрҙө. Бөгөнгө ветерандар, ул саҡтағы йәп-йәш кенә егеттәр, Ватаныбыҙ именлеген яҡлап, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Афған һуғышы яугирҙары махсус хәрби операцияла ла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе — Заһит Васил улы Хамматов батырҙарса һәләк булды.
Сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды.
Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыусы бер төркөм афғансыларға район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Почет грамоталары тапшырҙы.
Сара Афған һәм локаль бәрелештәр ветерандары иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәлгә һәм Мемориалға сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Наилә Имаева.