Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Февраль 2025, 06:00

Йәнтөйәгенең ғорурлығы

Оло Шаҙы ауылында күренекле яҡташыбыҙ Мидхәт Шайҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте.

Йәнтөйәгенең ғорурлығыЙәнтөйәгенең ғорурлығы
Йәнтөйәгенең ғорурлығы

Сараға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Лариса Александрова, Оло Шаҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяров, район ветерандар советы рәйесе Юлия Балахнина, район ветерандар ойошмаһы президиумы ағзалары Муллахан Ханов, Рәүеф Бүләков, Алексей Аптулманов, Харис Ғайфуллин, Мидхәт Идиәт улының туғандары Ирек һәм Венер Шайҙуллиндар саҡырылғайны.
Мәҙәниәт йорто фойеһында урындағы музей материалдарынан күргәҙмә ойошторолғайны. Уны ҡарағандан һуң барыһы ла залға үтте. Алып барыусы йыйылыусыларҙы Мидхәт Шайҙуллиндың тормош юлы менән таныштырҙы.
Мидхәт Идиәт улы — йәнтөйәгенең ғорурлығы, уның исеме районда ла, республикала ла киң билдәле. Оло Шаҙы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Бала саҡтан эшкә егелеп, икмәктең ҡәҙерен белеп үҫә. Атаһы — уҡытыусы, әсәһе колхозсы була. Малай бәләкәйҙән уҡыуға тартыла, атаһы уның был һәләтен хуплай.

1941 йылда мәктәпте Почет грамотаһы менән тамамлай. Шунда уҡ колхоз эшенә егелә. 18 йәше тулғас, 1943 йылдың ғинуарында, уны фронтҡа ебәрәләр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бар ауырлыҡтарҙы ла ул лайыҡлы күтәрә.
Ул саҡтарҙы Мидхәт Шайҙуллин ошолай хәтерләй:
— Беҙҙе Өфөлә Чернышевский урамында саҡырыу пунктында йыйҙылар. Кемдер шул саҡта минең юлда ашарға тип алған бөтә ризығымды урланы. Рус телендә йүнләп һөйләшә лә белмәйем, мәктәптә туған телдә уҡыныҡ. Вата-ҡыра русса һөйләшергә тура килде.
Донъяла изге күңелле кешеләр бар, егеткә ярҙам итәләр. Рус теленә ул Аҡтүбә пехота училищеһында өйрәнә, уларҙың барыһын да шунда ебәрәләр. Уны тамамларға өлгөрмәйҙәр, курсанттарҙы фронтҡа оҙаталар. Шулай Мидхәт Шайҙуллин Көньяҡ-Көнбайыш фронтына, әлеге көндә лә бәрелештәр барған ергә барып эләгә. Харьков өсөн яуҙа ул беренсе тапҡыр яралана (ул барлығы өс ҡабат яралана, һәр ваҡыт терелеү менән стройға баҫа). Хәрби батырлыҡтары өсөн ул 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
9 майҙы Мидхәт Идиәт улы Венгрия территорияһында, күптән түгел ауыр алыштар үткән Балатон күле эргәһендә бүлек командиры — гвардия сержанты вазифаһында ҡаршылай. 1945 йылдың октябрендә яралы булыу сәбәпле демобилизациялана.


1946 йылда фронтовик Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институтына уҡырға инә. Бирелә ул буласаҡ тормош иптәше, Пенза өлкәһенән уҡырға килгән Александра Афанасьевна менән таныша. 1951 йылда икеһе лә институтты яҡшы билдәләргә тамамлай, йәштәр өйләнешә һәм юллама буйынса яңы ғына ойошторолған Өфө тимер юл идаралығына ебәрелә. Эш бик күп була, ләкин был ҡурҡытмай уларҙы. Мидхәт Идиәт улы үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, оҙаҡламай матди тәьминәт хеҙмәте начальнигы урынбаҫары булып китә.


1966 йылда уның өсөн тормошта яңы һәм мөһим этап башлана — ул СССР Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитетының Башҡортостан баш тәьминәтен етәкләй. 40 йәште генә уҙған ир-егеткә был бик яуаплы һәм юғары вазифа була.
— Ул йылдарҙы тулҡынланыу менән иҫкә ала ине Мидхәт Идиәт улы, мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура килгән, — тип һөйләй ауылдашы Харис Ғарифулла улы. — Йәш етәксене БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар, биш саҡырылыш рәттән депутат була ул. Бер ваҡытта ла йәнтөйәген онотманы. Һәр саҡ ярҙам итте. Уның ярҙамы менән Оло Шаҙыла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә һоҡланғыс һәйкәл — Ҡалатау барлыҡҡа килде. Ул ваҡытта ҙур ҡалаларҙа ла юҡ ине ундай урындар.
Нәҡ Мишкә районының беренсе почетлы гражданы Мидхәт Шайҙуллин ярҙамында Оло Шаҙыла 300 урынлыҡ өс ҡатлы мәктәп, йылы коридор менән интернат, гараж, ферма, ауыл мәҙәниәт йорто, быуа, Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы барлыҡҡа килә. Был эштәр менән оҙаҡ йылдар тағы ла бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәсғүд Закиров етәкселек итә. Октябрь революцияһы байрамы алдынан клуб эргәһендә пролетариат башлығына һәйкәл ҡуйыла. Шаҙылар әлегә тиклем ошо архитектура ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлай, өмәләр ойоштора.
20 йылға яҡын эшләй Мидхәт Идиәт улы Башҡортостан баш тәьминәте етәксеһе булып. Нәҡ ошо йылдарҙа ул үҙенең юғары һөнәри оҫталығын күрһәтеп, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Тыуған ил уның хеҙмәттәрен лайыҡлы баһалап, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләй. Ул — РСФСР-ҙың һәм БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.


1987 йылда билдәле яҡташыбыҙға тағы ла бер яуаплы вазифа йөкләтелә, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика ойошмаһын 1997 йылға тиклем уңышлы етәкләй.
2007 йылда уның ярҙамы менән Янағош ауылында Ғәзи Заһитовҡа арналған тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Мидхәт Идиәт улы яҡшы ғаилә башлығы ла була. Ул тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, ейәндәре уңыштарына һөйөнөп, оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре 2019 йылдың 6 майында 95-се йәшендә донъя ҡуя.
Сарала ҡатнашыусылар Мидхәт Идиәт улының тормош юлының һәр осоро тураһында һөйләне. Клуб хеҙмәткәрҙәре билдәле яҡташтары хөрмәтенә йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарҙы.
Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө Мидхәт Шайҙуллиндың хәрби һәм хеҙмәт наградалары тағылған пинжәген һәм документтарын музей директоры Мөнир Нурисламовҡа тапшырыу булды. Уларҙы арҙаҡлы райондашыбыҙҙың ҡустыһы Ирек Шайҙуллин алып килгәйне.


Венера Әғләмова.
Мишкә районы.

Йәнтөйәгенең ғорурлығы
Йәнтөйәгенең ғорурлығы
Йәнтөйәгенең ғорурлығы
Йәнтөйәгенең ғорурлығы
Автор:
Читайте нас