Тамырҙарын барлаған, тарихын өйрәнгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Әмирҙәр ҙә был йәһәттән тарихи тамырҙарына тоғро.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған йомғаҡлау сараһында ҡатнашыусылар мәҙәниәт йортонда ойошторолған музей мөйөшө менән танышты.
Тамырҙарын барлаған, тарихын өйрәнгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Әмирҙәр ҙә был йәһәттән тарихи тамырҙарына тоғро. Музейҙа ауыл тарихы тураһында бай мәғлүмәт, боронғо эш ҡоралдары, йорт кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, ошо яҡҡа ғына хас ҡатын-ҡыҙ кейемдәре урын алғайны. Һуғылған, төртөп сигелгән балаҫтар, сигеүле таҫтамалдар, 1947 йылғы ағас һике, бишек, күмер үтеге — һәр береһе ҡиммәтле хазина. Музейҙы тулыландырыуға ауыл халҡы ҙур өлөш индерә. Бигерәк тә Хафиз Вәғизов, Инзилә Фазлинурова, Лилиә Әбелкарамова, Винария Закирова, Ҡәҙриә Фәтихова, Ғамил Ханов үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡалған һәм ҡәҙерле мираҫ булып быуындан-быуынға тапшырылып килгән байтаҡ ҡомартҡыны музейға тапшырған. Ҡунаҡтар 1800 йылғы ҡомғанды, ат дуғаһына эленгән парлы еҙ ҡыңғырауҙарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Атаһынан ҡалған 1870 йылғы изге ҡомартҡыны Фәрзәт Ваһапов Хафиз Вәғизовҡа бүләк иткән була. Хафиз ағай ҡыңғырауҙарҙы музейға тапшыра. “Ошо ҡыңғырауҙарҙы сыңлатып егеүле атта ауылыбыҙҙың нисә быуын ҡыҙы кейәүгә сыҡҡандыр. Әле лә Яңы йыл байрамдарында санаға Ҡыш бабайҙы ултыртып, ҡыңғырауҙар сыңлатып йөрөп киләбеҙ”, — тип һөйләне Әмир мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Ғәзимә Зәйнетдинова.
Ауылдың ҡул эшенә маһир апайҙары ошонда уҡ музей эсен йәнләндереп йөн эрләп, йөн ҡатып, ойоҡбаш бәйләп ултыра ине. Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам менән башҡа әйберҙәр иҫәбендә был апайҙар күпме ойоҡбаш, бейәләй бәйләп ебәргәндер.
Илһөйәр Махатова.