Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль , 14:20

Илһөйәрлек сәғәте үтте

Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә һәм Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө алдынан Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында балалар район китапханаһы хеҙмәткәре Глүсә Ғәлиева өлкән һәм әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән «Хәтер ваҡыттан көслөрәк»  тип исемләнгән сара үткәрҙе Тулыраҡ:

Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте

Видеояҙма менән оҙатылып барған фәһемле әңгәмә барышында тәрбиәләнеүселәр был датаның хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә индерелеүен белде. Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Афған һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләне. Балалар һалдаттарҙың батырлығы һәм хәрби сыҙамлығы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы, уларҙың армия фотоларын, Чечен һәм Афған һуғыштарында һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған Хәтер китабын ҡараны. Малайҙар үҙҙәрен һалдат ролендә лә һынап ҡараны, ятлаған  шиғырҙарын уҡыны.  Фәһемле сара яуҙа һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алыуҙан һәм “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры менән тамамланды.

“Күк сәскә” балалар баҡсаһында илһөйәрлек рухында бындай саралар йыш үтә.

Илһөйәр Махатова.

Глүсә Ғәлиева фотолары.

Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Илһөйәрлек сәғәте үтте
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас