Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Февраль 2025, 07:55

Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар

“Айыҡ ауыл-2024” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Әмир ауылында үткән  “Имен йорт. Имен ауыл. Имен ил” тип исемләнгән йомғаҡлау сараһының пленар өлөшө Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Сара бай йөкмәткеле, рухлы сығыштар менән иҫтә ҡалды

Тарихын белгән халыҡтың киләсәге барТарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың сәләмләү һүҙҙәренән һуң сарала ҡатнашыусылар ауылдың бай  тарихы менән танышты, данлы яу юлы үткән ауылдаштары тураһында тәрән йөкмәткеле сығыштар тыңланы.

Әмир  ауылы кеүек боронғо ауылдар – республикабыҙ данын күтәреүсе, башҡорт рухын, уның йолаларын, кәсебен һаҡлаусы тере тарих ул. Әмир тарихы 1636 йылдан башлана. Алдағы йылда 390 йыллығын билдәләйәсәк ауыл халҡы  тарихын өйрәнә, хөрмәт итә, һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра. Мәғариф ветераны, хөрмәтле ағинәй Ғәдилә Әхмәтова Әмир ауылының бай тарихы тураһында һөйләп, бөгөнгөһө менән таныштырҙы.

Йәлил Мөхәмәтнуров атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,  ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Әлтәф Мөхәмәтнур улы Мөхәмәтнуров тураһында һөйләһә, Әмир ауылы ҡыҙы, Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе Лилиә Әбелкарамова үҙҙәренең дүрт быуын хәрбиҙәр тәрбиәләгән данлы ғаилә вәкилдәре тураһында бәйән итте.  

Ауылдың оло йөрәкле, изге күңелле шәхесе,  ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡлауға бағышлап, 34 йыл фельдшер-акушер булып эшләгән  Заһирә Шәрәфислам ҡыҙы Шәрәфисламова тураһында уның улы Рәзит Фәйзрахманов һөйләне. Рәзит Әмирйән улы байрамға атап Ишембай ҡалаһынан ҡайтҡан. Ул оло ғорурлыҡ менән ҡәҙерле кешеһенең хеҙмәт һәм тормош юлы тураһында бәйән итте.  Әмир ауылы халҡының яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу тантанаһында Заһирә Шәрәфислам ҡыҙына бағышлап тактаташ асырға тигән тәкдименә ул ҡыуанысын белдерҙе.

Бар сығыштар ҙа экрандан видеороликтар менән оҙатылып барҙы.

Илһөйәр Махатова.

Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас