Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда барған сарала сығыштар матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” (етәксеһе Азат Әбүбәкеров) һәм Әмирҙең “Төй буйҙары” (етәксеһе Ғәзимә Зәйнетдинова) вокаль ансамблдәре ҡунаҡтарҙы Әмирҙә үк йыр-бейеү менән ҡаршы алғайны, сәхнәлә лә үҙҙәренең моңло йырҙары менән сараға йәм өрҙө.
Балыҡсы ырыуы Төркәй нәҫеленең дәртле, рухлы бейеүе менән Балыҡсы ырыуы ҡор башы, мәғариф ветераны, Аскын районының почётлы гражданы Наил Хәйруллин ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Ҡашҡа мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, Наил Ғаян улы етәкселегендә бейеү серҙәрен өйрәнеүсе Азат Әхмәҙишин бик оҫта итеп “Генерал Кусимов” бейеүен башҡарһа, Юлиә Ғәлләмованың моңло йыры башҡорт ҡыҙҙарына бағышланды.
Әмир ауылының күренекле шәхесе Ғосман Мохтасар улы Зәйнетдиновтың (Ғосман Сәдә) тәрән мәғәнәле, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙарын Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары Ильяс Әйүпов менән Илназ Насретдинов уҡыны.
Әмир ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе — 57 йыл бергә ғүмер итеп, алты бала тәрбиәләп үҫтергән, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән Фәйхүнә һәм Мәүзит Талиповтар был көндө сәхнә күрке булды. Уларҙың ҙур ғаиләһе күптән түгел “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025” республика конкурсының төбәк этабында “Ғаилә традициялары” номинацияһында 2-се урын яулап, район данын лайыҡлы яҡланы. Сарала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы уларға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын һәм мәртәбәле бәйгенең Дипломын тапшырҙы. Тырыш, булдыҡлы ғаиләнең һәр ағзаһы йыр-бейеүгә ғашиҡ. Байрамда ла Талиповтар ғаиләһенең вокаль ансамбле матур сығыш яһаны.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, виртуоз ҡурайсы Илнур Хәйруллин да сарала ҡатнашыусыларға ҡурай моңдарын бүләк итте.
Сара ҡунаҡтары — Балтас районының шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Мағашлы-Алмантай ауылы вәкилдәре лә музыкаль күстәнәс алып килгәйне. “Ужара” халыҡ фольклор ансамбленең йырлы-бейеүле сығышын, Балтас район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлназ Ғәлләмованың осоп-осоп бейеүен тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
“Имен йорт. Имен ауыл. Имен ил” тип исемләнгән йомғаҡлау сараһы яу ҡырындағы ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуына бағышлап, ихлас ышанып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын теләп, Әмир ауылының “Төй буйҙары” вокаль ансамбле башҡарыуында “Иҫән генә булып ҡайтһындар” йыры менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар был йырҙы аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.
Илһөйәр Махатова.