Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
12 Февраля 2025, 19:20

Батырҙарын данлай әмирҙәр

Әмирҙәр үҙ ауылының тарихын хөрмәт итә, һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра. "Имен йорт. Имен  ауыл. Имен ил" исеме аҫтында үткән йомғаҡлау сараһында ҡатнашҡан һәр кем быға шаһит булды

Батырҙарын данлай әмирҙәрБатырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр

Әмир ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткән йомғаҡлау сараһының икенсе өлөшө Ҡашҡа ауылында дауам итте. Мәктәп йортонда тантаналы митинг үтеп, Әмир ауылының батыр улдары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Фидан Таһиров менән Булат Ғайнанов иҫтәлегенә таҡтаташтар асылды. Шулай уҡ мәктәптә, Лүзиә Ғәлиәкбәрова етәкселегендәге 5-се класта,   улар хөрмәтенә “Герой партаһы” булдырылды.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисты,виртоуз ҡурайсы Илнур Хәйруллин, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Шәисламова һәм башҡа ҡунаҡтар мәҙәниәт йорто фойыһында Әмир ауылы хужабикәләренең  милли  башҡорт аштары, шифалы үләндәре, еләк сәйҙәре, һоҡланғыс ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә менән танышты.

Әмирҙәр илһөйәрлек рухындағы «Яугирҙәр төйәге» проектын тормошҡа ашыра. Улар ошо проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, төрлө локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, әлеге көн яугирҙарының яу юлдарын өйрәнә, йәш быуынға тапшыра. Ауылда ғорурланырлыҡ  тотош яугирҙар быуындары  бар. Сарала ҡатнашыусылар ауылдың бай  тарихы менән танышты, данлы яу юлы үткән ауылдаштары тураһында тәрән йөкмәткеле сығыштар тыңланы.

  • Беҙ бөгөн Әмир ауылы халҡының ни тиклем йәнтөйәге өсөн битараф булмауын, кешеләрҙең тырышып, берҙәм булып, матур йәшәүҙәрен күреп һөйөндөк. Әмирҙәр үҙ ауылының тарихын хөрмәт итә, һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра, ата-бабалары батырлығын онотмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарын да данлай, гуманитар ярҙам күрһәтә, —  тине үҙ сығышында Динис Рәдис улы.

Юлдаш Мөхәмәт улы ла сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешен, мәҙәниәт үҫешен пропагандалаған әмирҙәрҙең конкурс сиктәрендә үткәрелгән эштәрен юғары баһаланы, сараларҙа ҡатнашҡан олоһона ла, кесеһенә лә рәхмәт әйтте, уларҙың тырышлығы лайыҡлы баһа алып, еңеүгә ирешеүҙәрен теләне.

Сығыштар рухлы, дәртле, илһөйәрлек менән һуғарылған  концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, ҙур сараға тантаналыҡ һәм йәм өҫтәне. 

Илһөйәр Махатова.

Марат Юнысов фотолары.

Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Батырҙарын данлай әмирҙәр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас