Асҡын районында Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Су-Танып, Унлар ырыуы башҡорттары ғүмер итә. Урындағы халыҡ тырыш, илһөйәр, талантлы, берҙәм, йүнсел.
Махсус хәрби операция башланыу менән һәр ауылда тиерлек ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Улар илебеҙ тыныслығын һаҡлаусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итер өсөн хәлдәренән килгәндең бараһын да эшләй.
Йәш быуын яҡташтарыбыҙҙың батырлығын онотмай, уларға лайыҡлы алмаш булып үҫә. Мәктәптәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, МХО-ла һәләк булған яҡташтарыбыҙ батырлығын өйрәнеп, Хәтер альбомдары, Ҡаһарманлыҡ мөйөштәре булдырылды. Ошо маҡсатта район мәғариф бүлеге мәктәп араһында "Онотолмаған исемдәр" тигән конкурс ойоштороп үткәрҙе.
Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә ҙур эштәр башҡарыла.
Асҡын районы көндән-көн яңыра, төҙөкләнә, үҫә. Мәҙниәт, мәғариф усаҡтары яңыртыла, ауылдарҙа яңы ФАП-тар асыла, Ҡубияҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлә.
Шау-гөр килеп "Айыҡ ауыл-2024 " республика конкурсы сиктәрендә сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар уҙа.
Бөгөнгө ҡоролтай ултырышы ла йылы мөхиттә ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Сараны асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» көйө — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гимны менән башланды. «Урал»ды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған ҡурайсы Илнур Хәйруллин башҡарҙы.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Районда халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы ойошторолоуы, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итеүен билдәләне, Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә илһөйәрлек менән һуғарылған саралар үтеүе тураһында һәм асҡындарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
Киңәйтелгән ултырышҡа йыйылған милләттәштәребеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы резолюцияһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов таныштырҙы, мөһим йыйындың нисек үткәне, ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөнлөклө булыуын билдәләне. Юлдаш Мөхәммәт улы фәһемле кәңәштәрен һәм тәҡдимдәрен дә еткерҙе.
Виртуоз ҡурайсы Илнур Хәйруллин сығышында үҙе тормошҡа ашырған ижади проекты тураһында һөйләп, ауылдарҙа балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү эшен йәнләндерергә саҡырҙы һәм был йүнәлештә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Лариса Абдуллина һүҙҙәренә үҙе ижад иткән Сөйөш ауылына бағышланған йырҙы ла йырлап ишеттерҙе. Балыҡсы ырыуы һылыуына бағышланған ҡурай моңдарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов 2024 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. “Беҙҙең төп бурысыбыҙ - башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, халҡыбыҙҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Быйыл республикабыҙҙа иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә беҙ артабан да урындағы халыҡ менән бергәләп яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә төрлө саралар ойоштороу, уларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эште йәнләндерергә кәрәк. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын илебеҙ һәм республикабыҙ менән бергә юғары кимәлдә билдәләү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙ тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға, Салауат, Батырша, Аҡмулла, Рәми, Миңлеғәле Шайморатов кеүек үҙенең бөтә булмышын иле, халҡы өсөн янып-ярһып йәшәүгә, уны ҙурлауға ғүмерҙәрен биргән, туған теле хаҡында ҡайғыртҡан халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары, арҙаҡлы шәхестәре рухына тоғро ҡалырға тейешбеҙ. Шәхесен күтәргән халыҡ, үҙен дә күтәрә икәнен онотмайыҡ!
Шуны әйткем килә: йәш быуында данлы тарихыбыҙ аша милли рух тәрбиәләү мөһим. Бала күңеленә рух һалынһа, туған теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ. Йәш быуынды нәҡ башҡорт булғаны, башҡорт булып тыуғаны өсөн ғорурланырға өйрәтергә кәрәк. Башҡорт милләте, һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҙенең асыҡ күңелен, моңло йырҙарын, һоҡланғыс ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала алды. Артабан да шулай дауам итер. Бының өсөн күп кәрәкмәй. Тик айыҡ аҡыл, үҙ илеңдең патриоты булыу, үҙ туған телеңдән оялмау, уны ҡәҙерләү һәм балаларыңа өйрәтеү кәрәк. Рух булһа, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк", — тине Ирек Альбирт улы сығышында.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр ҡоролтайын етәкләүсе Ләйсән Ғәлимова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашыуы, тәьҫораттары тураһында һәм туған телде һаҡлау, өйрәнеү буйынса районыбыҙҙа балалар баҡсаларында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Асҡын районы мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу, был тәңгәлдә ирешелгән уңыштар менән Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова таныштырҙы.
Сара сиктәрендә Ҡубияҙ, Иҫке Ҡаҙансы ауылыдарының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары, Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары , шулай уҡ Асҡын ауылынан Миләүшә Ҡәҙимова, Рания Ғәлләметдинова үҙҙәре эшләгән милли биҙәүестәренән, ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы методисы Әнзирә Ғәниева Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған бай күргәҙмәлек менән таныштырҙы. Мәртәбәле ҡунаҡ булып килгән виртуоз ҡурайсы Илнур Хәйруллин да үҙе яһаған ҡурайҙарын күргәҙмәлә күрһәтеп, бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үткән саралар милли мәҙәниәтебеҙҙе байытыуға, телебеҙҙе үҫтереүгә һәм рухыбыҙҙы нығытыуға лайыҡлы өлөш индерҙе.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Был йыйында төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр, теләктәр ҙә күп булды. Уларҙың береһе лә башҡарма комитеттың иғтибарынан ситтә ҡалманы һәм ҡабул ителгән резолюцияла сағылыш тапты. Резолюция менән район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова таныштырҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙың: “Бик рухлы, әһәмитәле, һөҙөмтәле сара булды. Һәр сығыш районыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек хистәрен тыуҙырҙы. Концерт номерҙарын һоҡланып, ғорурланып, дәртләнеп, илһамланып ҡараныҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт", - тип таралышыуы бөгөнгө сараның көнүҙәк булыуын иҫбатлап тора.
Ҡәҙерле милләттәштәргә бер теләк: тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, һәр саҡ берҙәм һәм татыу булайыҡ, милләтебеҙ өсөн янып йәшәйек! Берҙәм булһаҡ, эштәребеҙ ҙә ыңғай барыр һәм халҡыбыҙҙың киләсәге лә яҡты булыр, тигән ышаныстабыҙ. Һәр кемдең йөрәгендә милли рух һүнмәһен, киләсәк быуын да ошо рухта тәрбиәләнһен ине.
Наилә Имаева.