Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 22:45

Берҙәмлек уңышҡа килтерә

“Айыҡ ауыл-2024” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Әмир ауылында бөгөн  “Имен йорт. Имен ауыл. Имен ил” тип исемләнгән ҙур сара үтте

Берҙәмлек уңышҡа килтерә
Берҙәмлек уңышҡа килтерә

Ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән уҙған сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә  Шәисламова, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева ҡатнашты. Байрамға урындағы халыҡ ҡына түгел Әмир ауылында тыуып-үҫеп төрлө ерҙә йәшәгән ауылдаштар ҙа байтаҡ ҡайтҡайны.

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Ҡашҡа һәм Әмир ауылдары мәҙәниәт йорттарының “Дуҫлыҡ”, “Төй буйҙары” фольклор ансамблдәре йыр, мәғариф ветераны Наил Хәйруллин дәртле бейеү менән ҡаршы алғандан һуң Динис Рәдис улы менән Юлдаш Мөхәмәт улы сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Зөфәр хәҙрәт Ҡөрьән аяттары уҡып сараны башларға фатиха бирҙе. Артабан ҡунаҡтар ауылдың изге урыны — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелискыға сәскәләр һалды, мәҙәниәт йортонда ойошторолған музей мөйөшөн ҡараны.

Ауыл халҡы йыйылышып яуҙа булған ир-егеттәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын тип ҡорбанлыҡ салдыра. Сарала ҡатнашыусылар ауыл менән танышып сыҡҡандан һуң “Нур” мәсетенә инеп ҡорбанлыҡ ашынан ауыҙ итте.

Динис Рәдис улы, Юлдаш Мөхәмәт улы Әмир ауылынан әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың әсәләре менән әңгәмәләште, уларға рәхмәт әйтте, изге теләктәрен еткерҙе.

Илһөйәр Махатова.

Берҙәмлек уңышҡа килтерә
Берҙәмлек уңышҡа килтерә
Берҙәмлек уңышҡа килтерә
Берҙәмлек уңышҡа килтерә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: